Иң арзанымы? Беҙҙә!03.02.2015
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала аҙыҡ-түлек хаҡы Волга буйы федераль округында иң арзаны булып ҡала. Етештереүселәр һыйыр итенең килограмына уртаса – 185, сусҡаныҡына –180, тауыҡтыҡына 100,3 һум хаҡ ҡуя. Ә һыйыр ите Киров өлкәһендә – 205, Түбәнге Новгородта – 214 һум.
Башҡортостанда ондоң килограмы уртаса 17 һум 60 тин торһа, Киров өлкәһендә – 18 һум 5 тин. Бойҙай ононан бешерелгән икмәктең килограмы беҙҙә уртаса 35 һум 67 тин тәшкил итһә, Киров өлкәһендә – 38 һум 5 тин. Шулай уҡ бойҙай, фураж бойҙайы, һоло, арпа, ҡарабойҙай ҙа беҙҙә Пермь крайы, Түбәнге Новгород, Киров өлкәләрендәгегә ҡарағанда түбәнерәк.
Республикала август айынан аҙна һайын 615 сауҙа предприятиеһындағы 43 төрлө аҙыҡҡа мониторинг эшләнә. Хаҡты нигеҙһеҙ арттырыу осраҡтары хаҡында (347) 218-09-78 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға эш көндәрендә хәбәр итергә мөмкин.
Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡты көйләү өсөн февралдең ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.