Тотороҡлолоҡ маҡсатында03.02.2015
Төбәктең ҙур предприятие һәм ойошмалары – республиканың башҡарма власть органдарына, бәләкәйерәктәре район һәм ҡала хакимиәттәренә беркетелде.
Предприятиелар исемлеге, тармаҡтарға, урынлашҡан ерҙәренә ҡарап, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылдың 26 ғинуарында сыҡҡан 68-се бойороғона ярашлы Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан төҙөлгән.
– Исемлеккә индерелгән ойошмаларҙың тулайым төбәк продуктын булдырыуға дөйөм йоғонтоһо күҙ уңында тотолдо. Бындай алым республиканың социаль-иҡтисади үҫешен алдан билдәләү өсөн, бигерәк тә иҡтисади әүҙемлек һүлпәнәйгән осорҙа, бик ҡулай, – тип белдерҙе Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев.
2014 йылдың майынан бирле Башҡортостанда сығарылған тауарҙарҙы күҙәтеү алып барыла, һәм ул сәнәғәт етештереүе индексын яҡынса иҫәпләүгә булышлыҡ итәсәк. Дәүләт көйләүе һәм ярҙамы шарттарын булдырыу ҙа – мониторинг маҡсаттарының береһе.