Көрсөк: алда беҙҙе нимә көтә?03.02.2015
Илебеҙ иҡтисади, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси планда ҡатмарлы осор кисерә. Тотороҡһоҙ хәлдә иҡтисадтағы төп бурыстарҙы үҙгәртеү һәм уның мөмкинлектәрен әүҙемләштереү маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте көрсөккә ҡаршы саралар планын раҫланы. Төп документ тиҙ арала ғәмәлгә ашһын өсөн кисекмәҫтән ил, шулай уҡ төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү күҙаллана.

Әһәмиәтле банктар яҡлана

Был маҡсатҡа Һалынған аҡсаны страховкалау буйынса агентлыҡтан — 1 триллион, ә Милли байлыҡ фондынан 250 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. “Внешэкономбанк”ты финанслауға 300 миллиард һум тотоноу күҙаллана. 200 миллиард һум иһә ҙур компаниялар йәлеп иткән кредиттарҙы һәм займдарҙы гарантиялауға бүленәсәк.

Ауыл хужалығына ярҙам

Быйыл Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужа­лы­ғына 50 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтәсәк. Бынан тыш, үҙебеҙҙә эшләнгән агротехниканың ташламаларын һәм “Росагролизинг” предпри­я­тие­һының милек түләүҙәрен суб­сидия­лауға 2-шәр миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Эшҡыуарҙар яңғыҙ ҡалмаясаҡ

Көрсөккә ҡаршы саралар планына ярашлы, бәләкәй бизнес предприятиеларын финанслауға 5 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Документ шулай уҡ теге йәки был бизнесты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты итеп таныу тәртибен ябайлаштырыуҙы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт тарафынан тикшереүҙәрҙе ҡыҫҡартыуҙы, һалым йөкләмәләрен кәметеүҙе күҙ уңында тота. Сәнәғәт һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе тармағында тәүгә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарға һалым “каникулдары” биреү хоҡуғы ла үҙ көсөндә ҡала.

“Әсәлек капитал”ынан — 20 мең һум

2015 йылда “Әсәлек капиталы”на хоҡуғы булған ғаиләләргә шул иҫәптән 20 мең һум күләмендә аҡсаны ҡулға алыу мөмкинлеге биреләсәк. Пенсияның страховка өлөшөн индексациялауға 188 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана. Эшһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә иһә быйыл 52,2 миллиард һум йүнәлтеләсәк. 16 миллиард һум, планға ярашлы, халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоуға һәм сит илдән медицина препараттары һатып алғанда валютаның тотороҡһоҙлоғо арҡаһында булған сығымдарҙы компенсациялауға тотоноласаҡ.

Импортты кәметергә,
экспортты күбәйтергә


Планға ярашлы, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа, Финанс, Элемтә һәм киң коммуникациялар, Ауыл хужалығы, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары 1 апрелгә тиклем импортты алмаштырыу буйынса программа ҡабул итергә, ә 1 июлгәсә уны тор­мошҡа ашырыу тураһында документ әҙерләргә тейеш. Шулай уҡ быға ҡағылышлы финанс саралары раҫланасаҡ: юғары технологиялы продукцияны экспортлауға бирелгән кредиттарҙың процент ставкаларын субсидиялауға 3 миллиард һум бүлеү күҙаллана.

Ҡаҙна килемен нисек арттырырға?

Киләһе өс йылда дәүләт сығымдары кәм тигәндә 5 процентҡа ҡыҫҡартылырға тейеш. Был иһә 2017 йылға ҡаҙнаның тигеҙләнеүенә алып киләсәк тип күҙаллана. Сығымдар иһә тәү сиратта аҡсаны файҙаһыҙ сарыф итеүгә юл ҡуймау иҫәбенә ҡыҫҡартыласаҡ.




Вернуться назад