Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Әҙәбиәт йылына арналған матур тантана үтте. Уны Учалы яҙыусылар берекмәһе, ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы ойошторҙо.Иҙел башында әҙәбиәткә һөйөү, йәштәрҙе ошо серле донъяға йәлеп итеү йолаһы әүәл-әүәлдән йәшәп килә. “Урал” гәзитендә (элек – “Ҡатай эшсеһе”) әҙәби берекмә эшләй. Ҡәләм тирбәтеүселәр тәүге шиғыр, нәҫер, хикәйәләрен тап ошонда баҫтырған. Ҡасандыр Яныбай Хамматов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Тайфур Сәғитов, Мөхөтдин Тажи, Сафуан Әлибай, Нурислам Шәйхулов, Сабир Шәрипов, Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Гүзәл Ситдиҡова, Айгиз Баймөхәмәтов, Нуриман Шаһибәков, Фәриха Вәлиуллина һәм башҡа бик күптәр ошонан оло әҙәбиәткә юл алған. Әҙәби берекмә ағзалары мәктәптәрҙә, техникумдарҙа, малсылар янында сығыш яһаған. 2009 йылдан алып берекмәне Зөһрә Үтәғолова етәкләй.
“Урал” редакцияһы урындағы ижадсыларға китаптарын нәшер итергә лә ярҙам итә. Ғилми Сиражетдинов, Рәйес Хәлилов, Урания менән Светлана Вахитовалар, Наилә Әфтәхетдинова, Вәғиз Мәғизов, Мәнзүрә Абдуллина менән Рәсимә Сәйетғәлинаның китаптарын сығарыуға булышҡан.
Талантлы яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды. Сараның тәүге өлөшөндә яҡташтары уны иҫкә алды, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Тәүге хикәйәләре һәм мәҡәләләрен башҡорт старателдәре тормошона арнаған Яныбай Хамматов романдар яҙыусы булараҡ танылыу алған. Ул – 17 роман авторы. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы (1966 – 1980) ХХ быуат башынан беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостанда алтын сығарыу тарихын сағылдыра. Яныбай Хаммат улы тарихи тематика өҫтөндә ентекле эшләй. «Төньяҡ амурҙары» дилогияһында 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә, «Ҡара яу» романы башҡорттарҙың татар-монгол иҙеүенә ҡаршы көрәше тураһында һөйләй. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман-тоҡман” тигән романдары өсөн Яныбай Хамматов ВЦСПС-тың һәм СССР Яҙыусылар союзының премияһына лайыҡ булды. Унан һуң бер-бер артлы “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” романдары донъя күрҙе. 1994 йылда пенталогия республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы менән баһаланды. Артабан әҙип “Йондоҙҙар нисек ҡабына?”, “Тыуған көн”, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Һырдаръя”, “Ҡаханы”, “Комбриг Мортазин” исемле романдарын яҙҙы.
Район халҡы талантлы әҙипте онотмай, Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза өлкәһендә уңышлы ижад итеүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Иҙел башы ҡыҙҙары Зөһрә Үтәғолова менән Зөлфирә Сөләймәнова Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды, ошо көндәрҙә Зөһрәнең – “Ҡунаҡтар саҡырам”, Зөлфирәнең “Күңелем моңдары” тигән китаптары донъя күрҙе.
Зөһрә Үтәғолова Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт ҡала гимназияһында уҡыусыларға әсә теле һәм әҙәбиәтенән белем бирһә, Зөлфирә – “Урал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре. Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев уларҙы ҡотлап, уңыштар теләне.
– Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, әҫәрҙәр ижад ителһен, халыҡ яҙғандарығыҙҙы уҡып, күңелен, зиһенен байытһын, – тине ул.