Улар менән ауыл йәмле08.02.2012
Улар менән ауыл йәмлеФатима менән Сәрүәр Һибәтовтар Рыҫҡужа ауылында хөрмәткә лайыҡ ғаиләләрҙән һанала.
Ғаилә башлығы хаҡлы ялға сыҡҡансы Амангилде урта мәктәбендә балаларға географиянан белем бирҙе. Күп йылдар пропагандист булып эшләне, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитен таратыуға ҙур өлөш индергәне өсөн редакцияның бүләген ҡәҙерләп һаҡлай. Сәрүәр ағайҙың тырыш хеҙмәтен юғары баһаланылар – ул “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.
Фатима апай – шиғри күңелле әсә. Уның ике шиғырҙар китабы донъя күрҙе.
Һибәтовтар районыбыҙҙа “Өлгөлө ғаилә” исеменә лайыҡ булды. Улар бына тигән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Айбулат менән Йәүҙәт, аталарының юлын дауам итеп, райондың Ҡаҙмаш урта мәктәбендә балаларға ғилем серҙәрен аса, ә Фәрит урман техникумын тамамлап, ошо өлкәлә эшләй.
“Улар менән ауылыбыҙ йәмле”, – ти Рыҫҡужа халҡы Һибәтовтар ғаиләһе хаҡында.
Рәйлә ЗӘЙНУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад