Әсләм ағай тарих нурҙарын сәсә03.02.2015
Әсләм ағай тарих нурҙарын сәсә Даими авторыбыҙ, башҡорт тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған Әсләм ағай Арыҫланов ошо көндәрҙә ҡыуаныстар кисерә торғандыр. “Юлдаш – Катай Нязепетровский и известные катайцы”, “Между Азией и Европой” китаптары аша ул замандаштарына башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү мәсьәләләре, еребеҙ, телебеҙ яҙмышы хаҡында фекерҙәрен еткерә.

Бик әсенеп әйткән һүҙҙәренә битараф ҡалыу һис мөмкин түгел – “Рәсәй тарихы китаптарында башҡорт яуҙары, ихтилалдары, Алдар Иҫәкәев, Са­лауат Юлаев кеүек шәхестәр хаҡында бер һөй­ләм дә яҙылмағанына нисек ғәжәпләнмәйһең дә ни­сек әрнемәйһең?” тигән ораны башҡорт матбуға­тын алдырыусыларҙы ла һиҫкәндереп ебәргәндер.
Яңыраҡ Балаҡатай районының аҫыл уҙаманы Әсләм ағай Арыҫлановты Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты үҙенең иң ҙур наградаһы – “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләне. Уны беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да арымай-талмай халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүен теләйбеҙ! Әлдә һеҙҙең кеүек милләт яҙмышы, еребеҙ, телебеҙ тип яныусылар бар, Әсләм ағай! Дәрт-дарманығыҙ һеҙҙе киләсәктә лә ташламаһын! Тынғыһыҙ асылығыҙ халҡыбыҙ тарихындағы ыңғай ваҡиғаларҙы күреп ҡыуанһын!


Вернуться назад