Башҡортостан сәнғәте яу йылдарында03.02.2015
В.И. Лениндың социалис­тик ҡоролоштоң мәңгелек көс-ғәйрәте тураһында әйткән һүҙҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тағы бер мәртәбә иҫбатланды. “Бөтә нәмә — еңеү өсөн, бөтә нәмә — фронт өсөн!” тигән ялҡынлы оран һуғыштың тәүге көндәренән үк йөрәктәрҙе биләп алды.


Илебеҙ тормошоноң бөтә тармаҡта­рында, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә лә, яңы бурыстар, яңы талаптар ҡуйылды. Башҡорт яҙыусылары, композиторҙары, артистары һәм рәссамдарының күпселеге ҡулдарына ҡорал тотоп фронтта фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәште. Ә инде тылда республиканың театрҙары, филармонияһы, халыҡ ижады йорто һ.б. үҙҙәренең иҫке репертуарын яңыртыу, тамашасыла Ватанға ҡайнар һөйөү, дошманға ҡарата сикһеҙ нәфрәт уятырҙай яңы спектаклдәр, ялҡынлы йырҙар, патриотик рухлы кар­тиналар тыуҙырыу эшенә тотондо.
Һуғышҡа тиклем һәм уның тәүге йылдарында Башҡорт театры репертуарында нигеҙҙә урыҫ классиктарының башҡортсаға тәржемә ителгән әҫәрҙәре төп урын алды. Шуға күрә башҡорт яҙыусылары һәм драматургтары яңы тема — һуғыш темаһы — өҫтөндә эшләй башланы. Тиҙҙән К. Мәргәндең “Бер ғаиләлә”, Р. Ниғмәтиҙең “Ма­лай”, М. Буранғоловтың “Намыҫ” һ.б. пьесалары нигеҙендә театрҙарҙың яңы ре­пертуары барлыҡҡа килде. Уларҙың төп темаһы — Тыуған илгә мөхәб­бәт, дошманға ҡарата үс һәм нәфрәт.
Ҡыҙыл Армияның Мәскәү ҡалаһы янында не­мец-фашист ғәскәрҙәрен батырҙарса еңеүе баш­ҡорт драматургтарын әһәмиәтлерәк яңы әҫәрҙәр тыуҙырырға рухландырҙы. Мәҫәлән, 1942 йылда X. Иб­раһимовтың “Берҙәмлек” һәм “Маҡтаулы ҡыҙ­ҙар” исемле пьесалары ҡуйылды. Ә унан аҙағыраҡ Б. Бикбайҙың яңы патриотик әҫәре — “Сала­уат Юлаев” драмаһы — күрһәтелде.
Башҡорт халҡының ҡаһарман үткәнен — 1812 йылғы Ватан һуғышын — һүрәтләүсе “Ҡа­һым түрә” пьесаһы ла дөйөм хуплау тапты. Б. Бикбайҙың был әҫәрҙәрендә төп ролде Арыҫлан Мөбәрәков баш­ҡарҙы. Баязит Бикбай үҙенең пьесаларында дош­манға ҡаршы көрәштә халыҡтар араһында тыуған һәм нығынған дуҫлыҡты, ҡаҡшамаҫ берҙәмлекте күрһәтте.
Репертуарҙа шулай уҡ Рәшит Ниғмәтиҙең Башҡортостанда граждандар һуғышын һүрәтләгән ”Ағиҙел ярында” исемле пьесаһы ныҡлы урын алды. Унда тәү башлап тиерлек Шәһит Хоҙай­бир­ҙиндың героик образы художестволы һүрәтләнде, полководецтар М. В. Фрунзеның һәм В. И. Ча­паевтың батырлыҡтары данланды.
Ләкин был йылдарҙа халыҡтың үткәнен генә түгел, ә әлеге һуғыш осорондағы ысынбарлыҡты, фашизмға ҡаршы көрәш ҡаһарманлығын сағыл­дырыу төп маҡсатҡа әүерелде.
1943 йылдың декабрендә театр сәхнәһендә Л. Леоновтың “Ябырылыу” спектакленең премье­раһы булды. Әҫәрҙең төп геройҙары — намыҫлы, ҡыйыу кешеләр. Мөхәббәт һәм выждан бурысы, йәмғиәткә, тормошҡа мөнәсәбәт, Тыуған ил өсөн фиҙакәрлек күрһәтеү — бына шул йүнәлештәге уй-тойғолар менән яна әҫәрҙең геройҙары. Актерҙар фашист илбаҫарҙарының йыртҡыслығын, серек әхлағын, Совет кешеһенең рухи бөйөклөгөн асып бирҙе. А. Мөбәрәков, Р. Янбулатова, 3. Бикбулатова һәм башҡалар был спектаклдә тулҡынлан­дырғыс образдар ижад итте.
Р. Ниғмәти 1944 йылда “Урман шаулай” исемле пьесаһын яҙҙы. Унда дошман тылындағы партизандар һуғышы, беҙҙең илдәге төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығы сағылдырыла. Мәҫәлән, украин крәҫтиәне Шульга, мәрйә уҡытыусы Мария Федоровна башҡорт егете Мораҙымды фашистар ҡулына эләгеүҙән ҡотҡарып алып ҡала һәм, яралары төҙәлгәндән һуң, уға партизандар менән осрашырға ярҙам итә.
1943—1944 йылдарҙа К. Мәргән менән В. Кед­ровтың героик-патриотик драмаһы — “Яу” әҫәре — сәхнәлә ҡуйыла. Пьесала бөйөк Сталинград ҡа­лаһы өсөн барған һуғыш эпизодтары күрһәтелә. “Яу” әҫәре — башҡорт һәм урыҫ драматургтарының ижади дуҫлыҡ емеше. Унда башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы, бигерәк тә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Волга ярындағы данлы ҡаланың һәр кварталы, бер йорто өсөн барған ҡанлы алышта батырҙарса ҡатна­шыуы сағылдырыла. Фронт дуҫлығы, тыуған ергә мөхәббәт, дошманға нәфрәт пьесала геройҙарҙың шәхси кисерештәренән, уй-тойғоларынан айырыл­ғыһыҙ итеп бирелә. Тамашасылар яҡташтарының — атлы дивизия һуғышсыларының — дошманға ҡаршы нисек көрәшкәнен күҙ алдына килтерҙе.
Был йылдарҙа Башҡорт драма театрының репертуары урыҫ һәм сит ил классиктарының, яҙыу­сыларының башҡорт теленә тәржемә ителгән әҫәр­ҙәре менән тулыланды. Мәҫәлән, Гоголдең “Өйләнеү”, Шекспирҙың “Отелло”, Треневтың “Любовь Яровая”, Грибоедовтың “Аҡыллылыҡ бәләһе”, Корнейчуктың “Фронт”, Симоновтың “Рус кеше­ләре” спектаклдәрен тамашасы айырыуса йылы ҡабул итте.
Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында яҙылған пьесалар ҙа популяр булды. Колхоз тормошон, бигерәк тә коллективлаштырыу осоронда барған синфи көрәште сағылдырған был әҫәрҙәрҙән Сәғит Мифтаховтың “Балҡанда”, “Һаҡмар”, “Ялан ҡыҙы” пьесалары сәхнә сәнғәтебеҙҙең көрәш пафосын, уй-ынтылыштарҙың кешелекле асылын ҙур художество көсө менән кәүҙәләндерҙе.
Һуғыш йылдарында театрҙың төп артистары булған 3. Бикбулатова, Ә. Зәбирова, Б. Йосопова, Ғ. Ҡарамышев, Ғ. Минһажев, А. Мөбәрәков, С. Са­диҡова, Р. Сыртланов, Р. Янбулатова һәм баш­ҡалар тамашасы күңелендә еңеүсән рух көсө тәрбиәләүҙә ижади ҡаһарманлыҡ, фиҙакәрлек күрһәтте. Әйтәйек, гастролгә сығыу һуғыштың иң ауыр йылдарында ла туҡтаманы. Артистар иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем райондарҙа, колхоз, совхоз ауылдарында булды. Мәҫәлән, 1943 йыл­дың йәйге гастролдәре ваҡытында ғына ла республиканың 98 ауылында күрһәтелгән 189 спектаклде 40 000 тамашасы ҡараны (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1943 йыл, 27 март). Ә инде 1944 йылдың ете айында 170 ауылда 340 спектакль ҡуйылып, 60 500 тамашасы хеҙмәтләндерелде (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1944 йыл, 12 ғинуар). Артистар спектакль күр­һәтеп кенә ҡалманы, хеҙмәтсәндәр араһында аңлатыу эшен дә алып барҙы. Ауыл халҡы уларҙы иң ҡәҙерле ҡунаҡтар итеп ҡаршыланы, сөнки радио булмаған, гәзит бик һуңлап килгән ерҙәрҙә бар кеше яңылыҡҡа, рухи аҙыҡҡа һыуһап тора ине. Спектаклдәр, ғәҙәттә, халыҡ-ара хәл, Ҡыҙыл Армияның уңыштары, һу­ғыш барышы, халыҡ хужалығы, мәҙәниәт яңылыҡ­тары тураһындағы әңгәмәләр, докладтар менән башлaп ебәрелде.
Театрҙың һуғыш йылдарындағы баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәте — Ҡыҙыл Армия һуғыш­сыларына шефлыҡ итеү. Баш­ҡорт­остандың сәнғәт эшмәкәрҙәре тара­фынан төҙөлгән фронт бри­га­да­лары Башҡорт кавалерия дивизия­һында, башҡа ҡайһы бер частарҙа әленән-әле булып торҙо.
Артистарҙың ошо ауыр, яуаплы йылдарҙағы ижади ҡаһарманлығын юғары баһалaп, Совет хөкүмәте улар­ҙың күптәрен орден һәм миҙалдар менән бүләкләне. Был осорҙа шулай уҡ йәш быуын артистары ижади сынығыу алды, уларҙың сәхнә оҫталығы патриотик рухта үҫте, камиллаша барҙы.
Шулай итеп, был айбарлы һуғыш осоронда совет сәнғәте, мәҙәниәте йөрәктәрҙе, күңелдәрҙе барлар, аяуһыҙ алышҡа күтәрер рухи ҡоралға әүерелде. Сөнки, В. И. Ленин әйткәнсә, эш һуғышҡа тиклем барып еткәс, бөтә нәмә уның мәнфәғәтенә буйһондоролорға, илдең эске тормошо тулыһынса һуғышҡа ылыҡтырылырға тейеш ине. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт филармонияһы ла ситтә ҡалманы. Клубтарҙа, мәҙәниәт йорттарында, баҫыу стандарында халыҡ моңо яуға, еңеүгә саҡырыусы көслө оран булып яңғыраны. Артистарға тыныс саҡтағы­нан өсләтә артығыраҡ эшләргә тура килде. Мәҫә­лән, филармонияның художество коллективы һуғышҡа тиклем йылы­на уртаса 54 концерт бирһә, 1941 йылда — 321, ә 1942 йылдың июль, август, сентябрь айҙарында 572-гә барып етте (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1942 йыл, 29 октябрь). Концерт­тарҙан килгән аҡсаның күпселеге оборона фондына тапшырыла барҙы. Филармонияның эшендә сәсән С. Исмәғилев, шағирҙар Б. Бикбай, Ғ. Әмири, композиторҙар А. Спадавеккиа һәм Н. Пейко әүҙем ҡатнашты.
Һуғыш йылдарында беҙҙең республикала ук­раин яҙыусылары, композиторҙары йәшәне һәм ижади эш алып барҙы. Уларҙың йырҙары, шиғыр­ҙары ла беҙҙең артистар тарафынан ихлас баш­ҡарылды һәм халыҡ тарафынан яратып ҡаршы алынды. Был хәл интернациональ дуҫлыҡты һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтерҙе һәм ны­ғытты.
Яу көндәренең башынан уҡ филармонияның ижади составы киңәйтелде. Уның төп көсөн баш­ҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, башҡорт һәм урыҫ эстрада бригадалары, оперетта театры, тынлы оркестр, эстрада-цирк һәм Одесса эстрада брига­далары тәшкил итте.
Фронттағы яугирҙәр кеүек үк ҙур ауырлыҡтар кисергән тыл кешеләренең ру­хын күтәрергә, еңеүгә ышаныс тыуҙырырға кәрәк ине, шуға күрә лә артис­тар үҙ эшен халыҡҡа яҡынайтырға тырышты, ошо маҡсат менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында филармо­ния­ның филиалы ойошторолоп, ул республиканың көньяҡ район­дарын хеҙмәтләндерҙе.
Коммунистар партияһы һәм Совет хөкүмәте халыҡты фашист баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкә өндәгән саҡта СССР халыҡтарының милли традицияларын да, уларҙың сит ил дошмандарына ҡаршы ғүмер буйы бергәләп көрәшеүен дә иҫәпкә алып эш итте. Беҙҙең башҡорт халҡы ла рево­люцияға тиклем үк урыҫтар менән берлектә Тыуған илен, Ватанын һаҡлауҙа бер нисә тапҡыр ҡат­нашҡан бит. Башҡорттарҙың 1812 йыл­ғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтары әле һаман да онотолмай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт атлы ғәскәрҙәрен ойоштороу тәжрибәһе артабан үҫте­релде: ха­лыҡ теләге буйынса башҡорт кавалерия дивизиялары төҙөлдө. Улар алдында Башҡорт дәүләт академия драма, Опера һәм балет театр­ҙары, филармония артистары сиратлап сығыш яһап торҙо. 1942 йылдың апрелендә, фронтҡа киткән сағында, дивизияны “Дим” станцияһында беҙҙең артистарыбыҙ ҙур концерт менән оҙатып ҡалды. Полковник М. Шайморатов, дивизия исе­менән артистарҙы ҡайнар ҡотлап, былай тине: ”Һеҙ — сәнғәт эшсәндәре, “кеше рухының инженер­ҙа­ры”. Беҙ, кавалеристар, һеҙҙең менән һау­буллашмайбыҙ, ә тиҙерәк яңынан осрашҡанға тиклем, тибеҙ. Һеҙҙе фронтта көтәбеҙ һәм һис кисекмәҫтән, һис һүҙһеҙ осрашырға тейешбеҙ”.

Клара ӘСФӘНДИӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.


(Аҙағы бар).


Вернуться назад