“Рәхмәт ауылы халҡы спектакль ҡуя башлаған” тигән хәбәр тиҙ арала күрше-тирәгә таралды. Был ябай ғына сара түгел, ә рәхмәттәрҙең ысын асылы. Еребеҙ бәрәкәтле, халҡыбыҙ мәҙәниәтле бит. Драматург Ибраһим Абдуллиндың “Их, Өфө ҡыҙҙары…” комедияһын сәхнәләштереү рәхмәттәрҙең элек-электән килгән дәрт-дарманына, сәмдәренә йәнә лә йән өрөп, уларҙы ҡабындырып ебәрҙе. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы — ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Вәлит Мөхәмәтғәлин — үҙе йырлай, үҙе бейей, үҙе нәфис һүҙ оҫтаһы, яҡшы ойоштороусы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙы яҡташтарым беренселәрҙән башлап ебәрҙе тиһәк, яңылыш булмаҫ. Ауылдың һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә арналған спектакль башынан аҙағынаса тыуған илгә һөйөү, дошманға нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Һуғыш шарттарында тыуған саф мөхәббәт, һыҙылып сыҡҡан һағыш, әрнеүле юҡһыныуҙар, киләсәккә хыялдар — барыһы ла тамашасыны көлөү ҡатыш тетрәндерә, уйланырға мәжбүр итә. Вәлит Марат улы үҙен яҡшы режиссер итеп танытты.
…Туптар шартлауы туҡтағас, летчик-истребителдәр — ҡаҙаҡ егете Жарыҡбай менән башҡорт батыры Шаянғол — Өфөнән килгән зенитсылар Майя менән Гөлсәсәкте осрата. Дүртеһендә лә һөйөү уты ҡабына, әммә береһе лә быны һиҙҙермәй. Ҡаҙаҡ егете тойғоларын думбыра ҡылдарына һалып, йырҙар сығара. Был ролде Вәлиттең оҫта башҡарыуына һоҡланырға ғына ҡала. “Һуғышта тыуған мөхәббәт ныҡ та, көслө лә була”, — тип раҫлай бер күреүҙә ҡаҙаҡ егетенә күҙе төшкән Майя. Үҙенең тойғоларын төрлө шаярыуҙар, төртмә теле артына йәшереп, тиңдәштәренә лә, оло яуҙаштарына ла “аҡыл һата” ул. Майя ролен килештереп уйнап, халыҡты хайран ҡалдырҙы Зилиә Мәсәлимова.
Көслө рухлы, нескә күңелле, хис-тойғоға бай, бер-береһенә ғашиҡ йәндәр Шаянғол менән Гөлсәсәк образдарын Рәхмәт мәктәбенең XI класс уҡыусылары Рифат Әғзәмов һәм Эльмира Мөхәмәтҡужина бик зауыҡлы уйнаны. Шаянғолдоң төрлө мажаралары, Гөлсәсәктең тетрәндергес борсолоуҙары… Барыһы ла Рифат менән Эльмираның профессиональ кимәлдән кәм булмаған образ тыуҙырыуына шик ҡалдырманы. Улар ошо спектаклдәрҙән тыш уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып өлгөрә бит әле. Ҡыҫҡаһы, жюри ағзалары комедияның ҡуйылышын юғары баһаланы.