Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡыр өйрәктәре ҡышларға ҡалған. Мәҫәлән, Өфөнөң йылға-күлдәрендә улар йыш осрай. Был күренеште белгестәр республикала һауа торошоноң йылы тороуы менән аңлата.
Ҡыр өйрәктәре йылы яҡҡа осҡанда туҡтап ял итеп ала. Әгәр ҡоштар үҙҙәренә уңайлы шарттар таба икән, унда оҙаҡҡа ҡала. Быға тиклем өйрәктәрҙең Башҡортостанда ҡышлаған осрағы күҙәтелмәһә лә, Мәскәүҙә был ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Унда ҡышларға ҡалған ҡоштар буйынса мәғлүмәт туплана һәм тикшереүҙәр алып барыла. Әле Рәсәйҙең баш ҡалаһында 20 меңдән ашыу ҡыр өйрәге булыуы билдәле. Ҡоштарҙы ашатып тороусылар ҙа бар. Өйрәктәргә аҡ икмәк һәм ярма бирергә мөмкин. Ләкин тоҙло, шәкәрле аҙыҡ-түлек менән һыйларға ярамай. Майлы аҙыҡ, ҡара икмәк ашатыу төрлө ауырыуҙарға килтерә.
Һунарсымы,
браконьермы?Ҡышҡы һунар мәлендә закон боҙоу осраҡтары йышая. Шуға ла күптән түгел Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы ағзалары браконьерҙарға ҡаршы рейдҡа сыҡты.
Дирекция Кушнаренко һәм Благовещен райондарында ғына 25 мең гектар майҙан өсөн яуаплы. Рейдтарҙы йыш уҙғарғанға бында браконьерҙар һирәк осрай. Шулай ҙа һәр һунарсыны тикшереп булмай. Бынан тыш, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр хәҙер заманса техника ҡуллана. Күптәр эттәренә GPS-навигаторлы муйынса кейҙереп, хәлде машинала компьютер аша ғына күҙәтә.
Яңыраҡ дирекция хеҙмәткәрҙәре урманда яраланған өс ҡабан сусҡаһын таба. Уларҙы урындағы ҡырағай хайуандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып киләләр. Ҡабандар һауыҡҡан. Яҙғыһын үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы кире урманға ебәрәсәк. Әйткәндәй, һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500 һумдан 4000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Рөхсәтһеҙ һунар итеүсегә 200 мең һум штраф һәм алты айға тиклем мәжбүри эшкә ебәреү янай.
Төлкөнән һаҡ булығыҙ!Кушнаренко районының Кувыков ауылында йәшәгәндәр төлкөләрҙең йыш ҡына “ҡунаҡҡа” килеүенән яфалана. Йәнлектәр эттәргә ташлана, ҡош-ҡортто тамаҡлай. Хәйләкәрҙәр көндөҙ ҙә ауылда иркен йөрөй, тиҙәр. Шуға ла кешеләр балаларын урамға сығарырға ҡурҡа.
Мылтыҡ булмағанлыҡтан ауыл халҡы һәр саҡ һәнәген әҙер тота. Салауат Сәйәхов, һуңғы айҙа ғына дүрт төлкө тоттоҡ, тип һөйләй. Ҡыш кейектәр аслыҡтан ауылға инә. Уныһы ла әллә ни ҡурҡыныс түгел, йәнлектәрҙең теләһә ҡасан йортҡа кереп, эҙләнә башлауы, эттәргә ташланыуы һағайта. Йорт һаҡсыларына ҡотороу сире йоҡтороуҙары ихтимал.
Ауылда кемдән генә һорама, бында һәр береһе тиерлек төлкө менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Кейектәр бер нәмәнән дә ҡурҡмай – шуныһы аптырата ауыл халҡын.
Бәхеткә күрә, әлегә йыртҡыстарҙың кешегә ташланған осрағы теркәлмәгән. Шулай ҙа уларға ҡаршы көрәште көсәйтергә кәрәк, тигән фекерҙәләр. Ләкин төлкөләргә һунар итеү өсөн махсус лицензия алыу зарур, сөнки район айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегенә инә.
Яңыраҡ ҡына айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция төлкөгә һунарға сыҡҡан. Был сара урындағы халыҡтың ҡоторған йыртҡыстарҙың күбәйеүенә зарланып йыш мөрәжәғәт итеүе сәбәпле ойошторолған. Белгестәр билдәләүенсә, сирле булмаған йыртҡыс халыҡ йәшәгән урындан алыҫ йөрөй. Ә ҡоторған төлкөнөң тешләүе аяныслы тамамланыуы ихтимал.
Бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн һунар ойошторолһа ла, был ғына етерлек түгел, күрәһең. Әле төлкөләр кешеләргә ташланмаһа ла, хәүеф ҡала.