Үләндең дә телен белә31.01.2015
Үләндең дә телен белә Ҡасан башланды һуң әле үләндәр менән ҡыҙыҡһыныу? Ауыл балаһы өсөн ағасмы, сәскәме — ғәҙәти күренеш, ура­тып алған мөхиттең бер өлөшө. Бәләкәй Лилиә, әхирәт­тәре менән йәшел сирәмгә ҡунаҡлап, ҡурсаҡтарына ла түшәкте үләндән йәйеп уйнар ине. Шул саҡта уҡ уларҙың күплегенә хайран булды. Йорт ихатаһында — бер төрлө, Бисағыр күле буйында икенсе төрлөһө үҫә. Биш баланы туйындырған һәүкәштәренә атаһы хуш еҫле бесән алып ҡайта. Әсәһе Йәмилә һөт һауып ала, тәмле ҡаймаҡ айыр­та. Бында ла үләндәрҙең ҡатнашлығы бар. Тимәк, уларҙа ниндәйҙер көс, ҡөҙрәт, шифа йәшеренгән.

Әлшәй районының Дим буйында урынлашҡан Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән йәшел­лек донъяһын ярата, тәбиғәткә һы­йына. Ғаиләлә төпсөк бала булған Лилиәне туғандары үҙенсә иркәләй, күңел йылыһын бирә. Тик ул барыбер шишмә, күл буйҙарына тартыла. Раевка урта мәктәбен та­мам­лағанда ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорау тормай – БДУ-ның биология факультетына килә.
– Һин бит бәләкәйҙән үләндәр ме­нән мауыҡтың. Орлоҡто сәсәһең дә, тиҙерәк үҫтерәм тип, һауытты бер тәҙрә төбөнә, берсә мейес башына ҡуя инең, – тип иҫкә ала һабаҡташы.
Тимәк, ошо саҡта уҡ тәжрибәләр үткәргән буласаҡ ғалимә. Әммә уҡыр­ға инәм тип ашҡынған ҡыҙ уңыш­һыҙлыҡҡа осрай – балы етмәй кире ҡайта.
– Электричкала илай-илай ки­ләм, – тип хәтерләй Лилиә. – Атай-әсә­йемә нисек күренермен? Мәктәп директорының ҡыҙы ла уҡырға инә алмаған, тип ауылдаштар көлөр һы­маҡ. Апайым Розалиә Солтангәрә­ева институтты ниндәй яҡшы тамамланы. Унан да оялам...
Өйҙә уны тынысландыралар. Әс­фәндиәр ағай үҙе етәкләгән ауыл мәк­тәбендә кисәге уҡыусы ҡыҙға урыҫ телен уҡытыуҙы ышанып тапшыра. Икенсе йылына ҡыҙҙың хыя­лы тор­мошҡа аша. Бар ты­рыш­лығын биреп, Лилиә Солтан­гәрәева уҡыуға сума, белемгә булған сарсауын ҡандыра.
Диплом эше яҙыр алдынан ос­тазы, биология фәндәре докторы Борис Миркинға мөрәжәғәт итә. Ғалим ҡыҙға Баймаҡ районының Татлыбай ауы­лын­дағы билдәле биолог Сәфәрғәли Йәнтүрин тәж­рибә үткәргән участкаға барып, мәғлүмәт йыйырға ҡуша. Был ва­ҡытта Лилиә кейәүгә сығып, бәләкәй улы тыуған була. Балаһын әсә­һенә ҡалдырып, йөрәге һыҙ­лай-һыҙлай алыҫ районға сығып китә. Тирә-яҡ мөхиттең үҫемлектәргә йоғон­тоһон ентекле өйрәнә, бай мәғлүмәт туплай. 1990 йылда диплом эшен яҡлай, ә Борис Михайлович уға был теманы дауам итергә кәңәш бирә.
1986 йылда Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән райондары биләмәләрендә “Башҡортостан” милли тәбиғәт пар­кы асыла. Лилиәнең ире ошонда эшләй башлай. 2002 йылда уны ла ғилми хеҙмәткәр итеп саҡыралар. Йәнә Борис Михайловичтан мөһим мәғлү­мәт, махсус әҙәбиәт ала. 82 гектарҙан артыҡ майҙанлы тәбиғәт паркын ҡай­ҙа йәйәүләп, ҡайҙа һыбай, йә иһә машинала йөрөп сыға. Үҫемлек, йән­лек­тәр донъяһы, тәбиғәт ҡомарт­ҡы­лары менән таныша. Һәр үләндең исемен, таралыу даирәһен, үҫеү шарт­тарын, урындағы топонимиканы ентекләп өйрәнә. Тиҙҙән ҡайҙа нин­дәй тау, артылыш, йылға, шишмә, мә­мерйә булғанын биш бармағы кеүек белә.
Берәмләп-бөртөкләп йыйған мәғ­лүмәте төрлө баҫмаларҙа сыға. 2010 йылда иһә милли парктағы үҫем­лектәр донъяһы буйынса кан­дидат­лыҡ диссертация­һын яҡлай.
Бөгөн Лилиә Солтангәрәева-Дәми­нова – милли парк дирек­торының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, абруйлы белгес. Тормош юлдашы Рафаил Зәки улы ла ошонда туризм хеҙмәте өсөн яуаплы. Ҡыҙҙары Йәмилә һәм Асия үҫә. Улы Роман да – хәрби хеҙмәттән һуң тәбиғәт һаҡлау эшендә.
Ҡасандыр был яҡтарға ваҡыт­лыса тип килгән мең ырыуы ҡыҙы ошо ергә ерегеп, кешеләрен үҙ итеп, тормошонан йәм табып йәшәй. Йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатна­ша, уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә сығыш яһай. Үҙе­нең ҡул аҫтында эшләгән Эльвира Ҡотлоғәлләмова, Илдус Нурмөхә­мәтов­ҡа ғилми эштәрендә ярҙам итә, йүнәлеш бирә.
Эшләйем тигән кешегә мәшәҡәт табылып тора. Үҙәге Нөгөш ауылында — Башҡортостандың гүзәл төбәгендә булған парктың үҫем­лектәр, йәнлек­тәр донъяһы ифрат бай, уларҙы өйрәнеү өсөн бер ғүмер генә етмәй. Байтаҡ төрҙәре Ҡыҙыл китапҡа инә, ә был борсолоу тыу­ҙыра. Тәбиғәт бала кеүек яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Ошо изге эште Лилиә Әсфәндиәр ҡыҙы үҙенең шәхси бурысы тип иҫәпләй һәм һәр көнөн, сәғәтен был маҡсатҡа яраштырып йәшәй.

Почтовые индексы Альшеевского района


Вернуться назад