Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Күптәрҙең был мәсьәләгә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәне ишетелә. Ваҡытында сүпте йыймайҙар, шул арҡала ҡарауһыҙ эттәр һаны ла арта, еҫ тә сыға. Сүпте йыйып, эшкәртеү менән мәшғүл булған ойошмалар аҙ. Килешеү төҙөлгән осраҡта хаҡтары “тешләшә”. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: сүбен тоҡҡа йыйып, теләһә ҡайҙа ҡалдырып киткән кешеләр йыш осрай. Айырыуса ҙур ҡалалар эргәһендә йәшәгәндәр шулай эшләй. Машинаһынан сығып, юл буйына, ағаслыҡҡа сүбен быраҡтырғандарҙы йыш күрәбеҙ. Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев мәғлүмәт агентлыҡтарының береһендә сығыш та яһағайны. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, зарарһыҙландырыу һәм тораҡ пункттарҙы таҙартыу буйынса механизм булдырыу тураһында һөйләне.
– Төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу өсөн 43 полигон булдырылған. Уларҙа республикала бер йыл эсендә йыйылған 12 миллион кубометр сүптең ни бары ике миллион кубометрын күмергә була. Ҡалған 10 миллионы санкцияланмаған ҡыйлыҡтарҙа тупланған. Улар-ҙың һаны ике меңдән ашып киткән, – тип белдерҙе министр.
Бер полигонды файҙаланыуҙың уртаса ваҡыты кәм тигәндә егерме йыл, әммә муниципалитеттар дөрөҫ эш итмәһә, был осор ике тапҡырға ҡыҫҡара. Әлеге мәлдә төбәктәге бөтөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарының 30 проценты тулған тиерлек, 50 проценты яртылаш тулған. Республиканы хеҙмәтләндереү өсөн яҡынса 200 полигон талап ителә. Бының өсөн 10 миллиард һум аҡса кәрәк. Полигонға оҙатылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының 35 процентын яңынан эшкәртеү мөмкинлеге бар, йәнә 35 процентын ашлама булараҡ файҙаланырға мөмкин. Ҡалған 30 процентын ғына күмеү тураһында уйларға була.
Әлеге мәсьәлә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә көнүҙәк булып тора. Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы был йәһәттән алдынғы төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләһен муниципаль-ара хеҙмәттәшлек схемаһы буйынса хәл итеү юлын тәҡдим итә. Был схемаға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға, эшкәртеүгә шәхси эшҡыуарҙар йәлеп ителәсәк. Башҡортостан һигеҙ төбәккә бүленәсәк. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәрткән полигон уларҙың үҙәге булып торасаҡ. Барлыҡ республика майҙанында өҙлөкһөҙ эшләгән сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү селтәре төҙөләсәк. Был үҙ сиратында санкцияланмаған ҡый өйөмдәрен булдырмауға бер этәргес буласаҡ, йәнә экологик эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәргә яңы мөмкинлектәр асасаҡ.
Әле проект сиктәрендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эш башларға йыйыналар. Өфө эргәһендә Иглин, Благовещен, Нуриман, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Архангел, Благовар, Өфө райондарында кластер проекты булдырыуҙы Башҡортостан Хөкүмәте комиссияһы хуплаған.
Өфө кластеры биләмәһендә был системаны тормошҡа ашырған операторҙарҙың исемлеге конкурстан һуң билдәле буласаҡ. Проектҡа йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме – 2,5 миллиард һум.