Йылдың икенсе айы — февраль. Уның исеменең аңлатмаһы төрлөсә. Шулай булһа ла, Көнбайыш илдәрендә ул боронғо этрус халҡының ер аҫты батшалығы аллаһы Фебруус исеменән алынған тип әйтәләр. Ә латин телендә “Таҙарыныу байрамы” тип тәржемә ителә (Februarius mensis). Хәҙер ҙә айҙың 15-е күп илдәрҙә “таҙарыныу көнө” һанала. Февраль – йылдың иң ҡыҫҡа айы. Ул кәбисә йылды (366 көнлөк йыл) билдәләй; күп осраҡта яҙ миҙгелен аныҡ төҫмөрләтә; ер аҫты һыуҙары кимәленең иң тәрән осоро ваҡыты (юҡҡа ғына һыу ҡоҙоҡтарын ошо мәлдә ҡаҙмайҙар). Көндәр һыуыҡ торһа ла, иртә сәскә атҡан үҫемлектәрҙең тамырҙары үҫә башлай (умырзая сәскәһе һ.б.). Бурандар йышыраҡ була. Ябай йылдарҙа март һәм ноябрь айҙары аҙналары февралдәге кеүек бер көндә башлана, ә кәбисә йылда август айы аҙналары февралде ҡабатлай. Славяндар календарында ул “лютень”, йәғни йылдың иң сәнскеле мәле (“колючий”) тип йөрөтөлгән. Рим халҡы уны “таҙартыусы”, Англияла – “бысраҡ”, “кәбеҫтә”, Исландияла – “туң ҡар массаһы”, урыҫтарҙа, белорустарҙа – “буран”, “ҡар”, “кәкре юлдар”, “ҡабырға йылытҡысы”, финдарҙа – “мәрйен”, хорваттарҙа – “бөйөк”, һиндтарҙа “йәй” һәм башҡа исемдәр менән йөрөгән.
Февралдә көн тағы ла ике сәғәткә артып, оҙонлоғо 10 сәғәт 40 минутҡа етә. Һауа температураһы түбән булыуға ҡарамаҫтан, ҡояш яҡтыһында йылылыҡ арыу уҡ һиҙелә, ағас төптәре эргәһендә әкренләп ҡар баҫыла, ер асыла башлай. Суҡ турғайҙар ауылға яҡын килә, буҙ турғайҙар күңелле йырлап, яҙ яҡынлашҡанын һиҙҙерә. Өңдәрҙә айыу балалары донъяға килә. Сәүкәләр һәм ҡара ҡарғалар ай аҙағында ҡайтып, ояға урын эҙләй башлай.
Был айҙы халыҡ әйтемдәре дөрөҫ баһалай: февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра; февралдән яҙ еҫе сыға; февралдә һәр ваҡыт ике дуҫ – һепертмә һәм ыжғыр буран – йөрөй; февраль йылыта һәм туңдыра; февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай; февралдә ҡыш менән яҙ осраша; йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә; февраль – бүреләрҙең туй айы…
Тәбиғәт яратыусыларға февралдә күҙәтеү өсөн ваҡиғалар етерлек:
lҡар өҫтөндә ҡуръяҡ (наст) барлыҡҡа килә;
lағас төптәре эргәһендә ҡар ирей башлай;
lбоҙ өҫтөнә йылы сыға;
lай аҙағында саған һуты бүленә башлай;
lҡар аҫтында елүлән (ветреница) сәскәһе япраҡтары үҫә;
lсағылдарҙа төлкөләр ҡояшта ҡыҙына;
lваҡ ҡоштар, һауа торошона ҡарап, төрлө тауыш менән йырлай.
Гәзит уҡыусылар үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен дә беҙгә яҙып ебәрә ала. Киләһе яҙмаларҙа беҙ уларҙы башҡаларға ла еткерер инек.
Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
Башҡорт дәүләт университеты доценты.