Музейҙар һеҙҙе көтә!31.01.2015
Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән Мәҙәниәт тураһындағы законына ярашлы, 18 йәше тулмаған үҫмерҙәр, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары дәүләт ҡарамағындағы, муниципаль әһәмиәттәге музейҙарға айына бер тапҡыр бушлай инеү хоҡуғына эйә.
Серле музейҙар донъяһы көтә һеҙҙе, йәш дуҫтарыбыҙ!