Билде биштән быуырға ваҡыт31.01.2015
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен тормошҡа ашырыуға 6,7 миллиард һум, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһын әҙерләүгә 1,2 миллиард һум аҡса кәрәк.

“Гостехнадзор” инспекцияһының коллегия ултырышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Заһит Нуриев ошо турала хәбәр итте. Уның әйте­үенсә, әлеге шарттарҙа баҫыу эштәренә әҙерлек көсөргәнешле булмаҡсы. Министр­лыҡ етәкселеге ҡаҙна субсидияһына алын­ған техникаға контролде көсәйтергә ниәт­ләй.
– 8,7 мең трактор, ике меңдән ашыу иген һәм 5,5 мең мал аҙығы әҙерләү комбайны йүнәтеү бурысы тора, — тине Заһит Нуриев. — Бындай шарттарҙа запас частарҙы ла яңыртыу, төҙәтеү бик мөһим. Әле республикалағы 24 предприятиела деталь етештереү һәм йүнәтеү яйға һалынған. Был импортты алмаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Сифат йәһәтенән дә сит илдекенән бер ҙә ҡалыш­май, хаҡы ла 35 процентҡа түбәнерәк.
Ауыл хужалығы министрлығы машина-технология станцияларындағы иҫкергән техниканы иҫәптән төшөрөү мәсьәләһен дә контролгә ала. Һуңғы дүрт йылда хужа­лыҡтар 15,5 миллиард һумлыҡ 13 мең бе­рәмек техника һатып алған. Ошо аҡсаның 3,5 миллиард һумы ҡаҙнанан субсидиялау тәртибендә ауыл етештереү­селәренә кире ҡайтарылған. “Гостех­над­зор” инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимов әйтеүенсә, тө­бәктә техниканы даими яңыртыуға ҡара­маҫтан, һуңғы тиҫтә йылда уның уртаса ҡулланыу ваҡыты артҡан. Мәҫәлән, трак­торҙар — 15,8, комбайндар 9,1-11,7 йыл файҙаланыла.




Вернуться назад