Хәстәрлекте тойһондар31.01.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Башҡортостанда “Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль проекты сиктәрендә йәштәрҙең патриотик слеты уҙасаҡ. Шулай уҡ республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Ҡаһарманлыҡ дәрестәрен үткәреү, киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү, ветерандарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен социаль яҡлау тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу күҙаллана.
– “Башҡортостандың патриотик картаһы”, “Геройҙар һәм ваҡиғалар”, “Беҙ – ҙур команданың өлөшө”, “Еңеү исемдәре” йүнәлештәрендә эшләйбеҙ, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова байрамға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә. – Һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар, уларҙың ҡәберлектәре хаҡында белешмә йыйыу күптән башланды. Бынан тыш, “Хәтер китабы”ның сираттағы томы нәшер ителәсәк.
Кәңәшмәлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе Николай Никитин да сығыш яһаны. Ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре социаль яҡтан яҡланғанмы? Николай Ильич әйтеүенсә, ошо һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында мониторинг үткәреләсәк.
– Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашыу бурысы тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова кәңәшмә һуңында. – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре менән осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ, ҡаһарманлыҡ һәм патриотик тәрбиә биреү дәрестәре уҙғарасаҡбыҙ. Бер ветеран да иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел.