Намыҫлы, берҙәм булырға31.01.2015
Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәми­тов Мәскәүҙә Рәсәй төбәк­тәре етәксе­ләренең, закондар сығарыу йыйылышы рәйестәренең, ҙур ҡала мэрҙарының йыл һайын үткәрелгән семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.

“Заманса иҡтисади һәм сәйәси көн тәр­тибе. Төбәктәрҙәге иң яҡшы практикалар” тип аталған сараны ил Президенты Владимир Путин асты.
– Төбәктәр, закон сығарыу йыйылыштары, ҙур ҡалалар етәкселәре бергә йыйылып, ошондай юҫыҡта үткәргән саралар бик файҙалы, әлбиттә. Әүәлге осрашыу­ҙарға мөнәсәбәтегеҙҙән күренеүенсә, һеҙ ҙә ошондай уҡ фекерҙә, – тине дәүләт башлығы. – Иңгә оло яуаплылыҡ йөкмәткән осорҙа был айырыуса мөһим. Бурыстарҙы ҡат­марлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа тормошҡа ашырырға тура киләсәк. Бындай шарттарҙа бө­тә кимәлдәге властың ғәмәлдәрен көйләү зарурлығы бар. Федераль ведомстволар, төбәк, муниципаль власть органдары етәк­селәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, ини­циа­тиваһы, лидерлыҡ сифаттары ҙур әһә­миәткә эйә.
Семинар Рәсәй Президенты Хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Унда 280-гә яҡын төбәк етәксеһе ҡатнашты.





Вернуться назад