Тәүге аҙымдар31.01.2015
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостандың Милли музейы һәм Ғ. Ҡыуа­тов исемендәге республика клиник дауахана­һының китапханаһы Әҙәбиәт йылында тәүге аҙымдарын яһаны.

Милли китапханала “Китап белем донъя­һын аса” исемле акция уҙҙы. Унда әҙәби осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре ойошторолдо, бушлай уҡыусы билеттары алыу мөмкинлеге бирелде. Шул уҡ ваҡытта Баш­ҡортостандың Милли музейында “Баш­ҡорт әҙәбиәтенең классиктары” күргәҙ­мәһе киң ҡолас йәйҙе. Был йәһәттән башҡорт халҡының бөйөк яҙыусылары һәм шағир­ҙарының фотолары, ҡулъяҙ­малары, шәхси әйберҙәре менән теләгән һәр кем таныша ала. Ә Республика клиник дауаха­наһының китапханаһы “Китаптар – дауаханаларға” акцияһы барышында яңы китаптар менән тулыланды. Улар ара­һында – урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте өлгөләре. Әммә дауаланыусылар башҡорт телендә яҙылған китаптарҙы ла уҡыу теләге менән яна.







Вернуться назад