Әсә йөрәге31.01.2015
Әсә йөрәге Маһира ҡарсыҡ, ни­мә­нелер иҫенә тө­шөрөргә теләгәндәй, тау яғына, алыҫ тараф­ҡа оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таянып, йорт ал­дын­дағы эскәмйәгә барып ултыр­ҙы. Хәҙер бер ни тиклем ваҡыттан автобус килергә тейеш. Моғайын, Мансуры ошонан да ҡалмаҫ.
Әсә кеше өмөтлө күҙҙәрен ауыл осондағы туҡталыш яғына төбәне. Шул саҡ күрше йорттан Йомабикә әбейҙең сығып килгәне күренде:
— Күршекәйем, хәл керҙеме? Һине күреүемә шатмын! Төш мәлендә генә, китеп барһам әгәр, тип һөйләнеп ятҡан кеше, ҡайһылай шәбәйгәнһең, эй, афари-и-ин!
Үҙе лә таяҡҡа таянып, өйрәк кеүек ялп-йолп атлап, әхирәте янына килеп ултырҙы. Маһира ҡарсыҡтың яулығы ситенән күренеп торған сәстәрен эскәрәк тыҡты, арҡаһынан һыйпаны.
— Йә, көтәһеңме әле?
— Әллә инде... Ни уйларға ла белмәйем. “Тиҙҙән ҡайтып етермен, әсәй, көт!” — тип яҙған хаты өс ай элек килгәйне бит. Улай онотолоп йөрөмәй торғайны...
Маһира әбей яулыҡ осон күҙҙәре тәңгәленә килтерҙе.
— Әллә бер-бер хәл булдымы, белмәҫһең...
— Юҡтыр. Ул хәтле борсолма тағы. Ҡан баҫымың рәтен беләһең бит. Бөгөн ял көнө, духтыр үҙенә ҡайтып китте. Яңғыҙым ҡалай­тырмын? Үкел һалырға ҡул ҡалтырай, күҙ ҙә насарайҙы...
— Ҡарт көнөмдә терәк булыр тип кенә яратып үҫтергән балам ғәйеп булды ла ҡуйҙысы...
Йомабикә әбей әхирәтенә тағы йәлләп баҡты. Көн дә, ана әйтәм, бына әйтәм, тип талпынғанын сығара алмауына эсе бошонҡораны ла тынып ҡалды. Ике көндән килеп етергә тейештәр, шуға тиклем берәй нәмәһен уйлар әле, йә йүне үҙе сығыр. Маһираның бындай уҡ ауыр хәбәрҙе күтәрмәҫен белә шул. Шуға ла ауыҙын аса ла, артыҡ булыр тип, кире ябып ҡуя. Мансурҙың батырҙарса һәләк булыуы хаҡындағы телеграмма килгән көндән алып, бына шулай, күршеһе ялҡын өҫтөндә. Йоҡлар йоҡолары ҡасты, ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡаба алмай. Ә Маһираһы һуң, һиҙенгән кеүек, шул көндән аяҡтан йығылды. Бер туҡтауһыҙ ҡан баҫымы һикерә, йөрәге тынғылыҡ тапмай. Көндәр буйы шулай ыҙалана ла эңерҙә, бар көсөн йыйып, ҡапҡа алдына сыҡҡан була. Бына-бына балаҡайы Мансурының ҡайтырына ышанысын өҙмәй.
– Ҡуян тәңкә тапҡан, ти. Шатлығынан уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй икән, шул һин түгелме, әхирәт?
— Шатланам шул!.. Ҡырҡтан уҙғас, Хоҙай үҙе ебәрҙе бит һорағанымды. Миңә унан башҡа бер кем кәрәкмәй! Һәтес-тә, һәтес тә! Бәләкәй генә бәпес тә...
Йомабикә үҙе законлы ир менән йәшәгәс, әхирәтенең шатлығын аңламағаныраҡ булып, уны ситтән күҙәтте.
— Баланың елдән тыумағанын беләм, әхирәт, атаһы кем? Әйт тә ҡуйсы... Ләм-мим! Икмәк өҫтө тип әйтәм!
— Бер яҡшы ғына кеше ул. Әммә ул мөһим түгел. Минең тормошомдоң мәғәнәһе хәҙер бына ошо йәнем киҫәге, Мансурым! Минең йөрәгем уныҡы менән бергә тибә, ишетәһеңме? Ә мин ишетеү генә түгел, алыҫтан да тоям. Ҡара әле, әхирәт, әсәй булыуҙың олоғара бәхет икәнлеген ниңә әйтмәгәнһеңдер ул?
Йомабикә әхирәтенә көнләшеберәк ҡарап ҡуйҙы. Бәхетме, түгелме икәнлеген аңламай, бер-бер артлы биш бала тапты, әммә ул тиклем үк йөҙҙәре ҡояшҡа тиңләшеп, үҙен әллә кемдәй тоймағайны шикелле... Тойған булһа ла, был тиклем үк булмағандыр... Шунан ҡатын-ҡыҙға ғына хас сәмләнеү менән:
— Таныҡлыҡ алғанда һуң атаһын кем тип яҙҙырырға уйлайһың, эй, иҫәр? — тип һорарға тартынманы. Маһира балаһын һикертеүҙән туҡтап, бер аҙ уйға сумды:
— Әлләсе...
— Әйҙә, ҡыҙыҡ итәбеҙ: минең ирҙең исемен яҙҙырабыҙ! Ә ниңә? Яҡшы кеше. Үҙебеҙҙең кеше. Ул, моғайын, ризалашыр...
— Ыста. Йомабикә, һин әллә алйот... Ул бит һинең балаларыңдың атаһы. Әҙәм ни тиер?
— Кешемен тигән кешенең кешелә булмай эше!
— Китсе... Ул үҙе ризалашмаҫ. Ә һин?
— Мин һиңә иремде бирергә йыйынмайым да. Бары Мансурың Шәфҡәтович ҡына булһын тиеүем. Әтеү, үҫеп, берәй ҙур кеше булып киткәс, уға кемович тип өндәшерҙәр?! Ҡыйынға тура киләсәк балаға...
Шәфҡәт бер һүҙһеҙ ризалашты. Ғөмүмән, ул бер ваҡытта ла “юҡ” тип әйтмәй ҙә шикелле. Ә был осраҡ уның өсөн үтә лә мөһим ине...
Шәфҡәт, күршелә генә йәшәгәс, ваҡыты-ваҡыты менән Маһираларға кереп, Мансурҙы яратып йөрөүҙән тартынманы. Йомабикә лә йәш баланы танһыҡ итте. Мансур ҙа үҫә килә уларҙан сығышманы. Шәфҡәтте атай тип белде, күрше балалары уның өсөн апай, ағай булды. Ауыл халҡы ла тәүҙәрәк шаулашып алды ла өйрәнде шикелле, артыҡ иғтибар итмәй башланылар.
Мансур мәктәпкә уҡырға төшкәс, уҡытыусы­һы ғына ата-әсәләр йыйылышында бер аҙ төрттөрөп маташты:
— Малай бигерәк шуҡ, бүтәндәрҙе атаһы менән бөжләтә, бахырҡай...
Әммә Маһираға ундай һүҙ уйындары төртөлмәне. Эскерһеҙ йылмайыу хасил итә лә өндәшмәй ҙә ҡуя. Өйҙә улына ла шулайыраҡ булды: малай эш боҙа ҡалһа, атайың ни тиер икән, тип бер ҡараш ташлай ҙа, һүҙҙе оҙонға һуҙып, аҡыл өйрәтеп баланың маҙаһына теймәй. Аҡылы булған бала ыҡты тиҙ аңлаусан бит.
Шулай йылдар үтте. Мансур унынсыны “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Ләкин әсәһенә үтә бәйләнгән бала ҡалаға китергә, уҡырға инергә йыйынманы. Шунан уны әрме сафына саҡырттылар. Маһира, улын ебәрмәйем тип, ул-был инстанцияларға йөрөп ҡараны, әммә уңышһыҙ булды. Йомшаҡ бер кәнәфиҙә башын юғары күтәреп, зыр әйләнеп ултырған ир әйтмешләй, хужа балаһы булһа — бер хәл! Атайлымы — эйе. Ә бит хәҙер күптәр был бәхеттән мәхрүм. Егет етемлектә үҫмәгән. Тормоштоң әсерәк тоҙо файҙаға ғына буласаҡ!
Шәфҡәт, Мансурҙың ҡулдарын ныҡ ҡыҫып, үҙ балаһылай оҙатты. Поезд ҡуҙғалып киткәс, күҙ йәштәрен йәшермәй илап та алды. Хәйер, ир күңеле һиҙгер була тиҙәр бит, бәлки, Мансурҙың ҡайтҡанын күрә алмаясағын һиҙенгәндер. Оҙаҡ йәшәмәне, ярты йылдан һуң гүр эйәһе булып ҡуйҙы, бахырҡай. Ә Мансур хәрби хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһында башлап, Кавказ яҡтарында дауам итте. Әсәһен шатландырып, аҙна һайын тиерлек хаты килә. Ул йөрөгән ерҙә тормоштоң тыныс түгеллеген телевизор аша ҡарап белеп тора Маһира, шуға улы өсөн борсола. Ғүмерендәге берҙән-бер шатлығы, өмөтө, йән киҫәккәйе Мансуры шул.
Аталары донъя ҡуйғас, һәр кеме үҙ тормошо менән йәшәгән балалары әсәләрен яндарына алырға өгөтләне, ләкин Йомабикә тыуған нигеҙен, Маһира әхирәтен ташлап китә алманы. “Хәл барҙа балаларға йөк булып йәшәгәнсе, күршекәйем менән бер-беребеҙгә терәк булышырбыҙ”, — тине. Һәм шулай татыулыҡта йәшәйҙәр ҙә. Бер-береһен күҙ ҡарашынан, тын алышынан аңлайҙар, һуңғы арала ғына Йомабикә Маһира алдында ике йөҙлөләнеп, үҙе теләмәһә лә татлы телләнеп ҡуя. Уныһы ла хәйләкәр уй менән түгел, әхирәтенең ғүмерен оҙайтыу ниәтенән...
Әсә йөрәге тигән төшөнсәне әҙәм балаһы буш-юҡтан уйлап сығармағандыр. Маһира бөгөн төндө керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе. Яуаплы сараға әҙерләнгәндәй, ултырып ял итә-итә, өйөн йыйыштырҙы, туҙанды һөрттө. Стенала эленгән улының фотоһүрәтенә күҙҙәре төшкән һайын, йөрәге һулҡылдап ауыртып алды ла китте. Шуға ваҡытлыса ғына тип фотоны ҡаплап ҡуйҙы. Әммә баяғы йөрәк тигәнең ты­ныс­ланмай, ҡанһырап һыҙлай, үкһегән дә кеүек. Һандығын йыйыштырғанда, шулай тейеш һы­маҡ булғас, үлемлеген, хәйерлектәрен иң өҫкә сығарып һалды. Ни ғәләмәттәндер улар барыһы ла ике пар ине...
Таң атыуға Маһира, тамам хәлдән тайып, үҙ йомоштарын йомошлап, йыуынып, ап-аҡ эске кейем, аҡ күлдәк кейеп, салт аҡ яулығын ябынып ситке өйҙәге урындыҡҡа барып ятты. Ишек келәһен асыҡ ҡалдырҙы, сөнки белә, таң ҡыҙарып ата башлау менән, Йомабикә йүгереп килеп етәсәк. Маһира бөгөн әхирәтенә оло серен асмаҡсы. Тик бына йөрәге ниңәлер тынғы бирмәй. Йомабикә йәһәтерәк килеп етһә генә ярар ине...
Ҡояштың тәүге нурҙары тәҙрә сиртеү менән, Йомабикәнең инеп килгәне ишетелде.
— Әллә таң алдынан иҙән йыуып сыҡҡан минең әхирәт? Көсөңдө ҡайҙа итергә белмәйһеңме? Әйтһәң, ана, ял көнөндә ҡыҙҙар барыбер ҡайта, көтөргә ваҡытың юҡ инеме?..
Йомабикә өй ишеген асты ла тертләп китте. Баяғы “ваҡытың юҡ инеме?” тигән һорауын уйламайынса биргәненә телен тешләрҙәй булды. Ғүмерҙә урындыҡта ятмаған Маһира ап-аҡ кейемдә тәнен ҡыбырлатмай һуҙылғансы!
— Йә, Хоҙай! Маһира!!!
— Яҡыныраҡ кил, әхирәт, һиңә генә асыр серем бар...
Маһира ҡарсыҡтың тауышынан Йомабикәнең күҙҙәрен йәш томаланы. Ул әхирәте янына килеп сүгәләне:
— Духтыр саҡыртайыммы? Ҡайһы ерең ауырта, ҡәҙерлем? Тағы йөрәкме?
Ул эйелеп, күҙ йәштәрен йәшереп кенә һөрттө. Шул арала ҡараштары төпкө яҡта стенала эленеп торған Мансурҙың фотоһына төштө. Фото ҡара яулыҡ менән ҡапланғайны.
— Мансурмы? Мине ғәфү итерһеңме икән?
— Юҡты һөйләмә. Минең бер генә әйтер һүҙем бар, Йомабикәм. Рәхмәт һиңә. Мең рәхмәт. Минең яңғыҙымды ҡалдырмауыңа, улымды үҙеңдекеләй күреп ҡабул итеүеңә. Имен ҡайтһа, уны ситкә типмә, йәме!
— Аһ-аһ... һуң... Мансур...
— Мине бүлдермә. Әйтеп кенә өлгөрәм... Мансур — ул ысынлап Шәфҡәттең улы. Беҙҙең арала ғишыҡ-мишыҡ булманы. Яңғыҙ көнөмдә терәк, йыуаныс кәрәк тип кенә һорап алдым мин уны... ғәфү ит... бәхил...
Маһира ҡарсыҡ әйтеп бөтөрә алманы, туҡтап ҡалды.
— Эй-й-й, ғүмеркәйҙәр... Баяғы йөрәк тигәнеңдең бигерәк һиҙгере үҙеңдә булды шул... Улыҡайың ҡайғыһын белгертмәйем тиһәм дә, һаҡлай алманым үҙеңде, ғәфү итә күр... — Йомабикә әбей тауышын саҡ сығарып сеңләп иланы.
Төштән һуң ауылға ҙур хәрби машинала бер нисә һалдат цинк табут килтерҙе... Бөтә мәшәҡәттәрҙән һуң, эңер төшөп, күктә тулы ай ҡалҡҡас, Йомабикә әбей ғүмер буйы күрше йәшәгән әхирәте йортоноң ишеген бикләп:
— Мин барыһын да белгәйнем шул... Тик һинең күңелеңде, йөрәгеңде уйлап ҡына әйтә алмай йәшәнем. Бер үпкәм дә юҡ. Йәндәрегеҙ йәннәттә осрашһын, — тип шыбырлап, күҙ йәштәрен һөрттө.


Вернуться назад