Уяулыҡҡа ни етә08.02.2012
Йәмғиәтебеҙҙәге кире яҡтарҙы күреп, уларҙы гәзит битендә асып һалыуҙан ҡурҡмау, кәмселектәрҙе бөтөрөү юлдарын тәҡдим итеү ҡыйыулыҡ һәм оҫталыҡ талап итә.
Бында өлкән быуын өлгө булып тора. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың “Шағир ғына булып ҡалалманым” тигән публицистик китабын бик йыш ҡулыма алам. Һәр һүҙенән тыуған ергә, кешеләргә һөйөү бөркөлөп торған, иҫ киткес бай, шул уҡ ваҡытта ябай тел менән аңлайышлы итеп яҙылған мәҡәләләрен, сығыштарын ҡат-ҡат уҡып һоҡланам.
Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмовтың да яҙмалары тәрән мәғәнәле, фәһемле. Тәжрибәле журналист нотоҡ уҡыуҙы маҡсат итеп ҡуймай, ә етди, тормошсан мәсьәләләргә иғтибарҙы йәлеп итеп, улар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡыра. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе йәшәйеш асылын аңларға, яҡшылыҡҡа, изгелеккә, уяу булырға өндәй, ҡыҫҡаһы, уйланырға мәжбүр итә. Яҡшы күңелле, изге йәнле аҡыл эйәләре, ил ағалары ғына быға һәләтлелер.
Гөлфинә СӘЛИМОВА,
БР Журналистар союзы ағзаһы.
Илеш районы.


Вернуться назад