Ярым “түңәрәк өҫтәл”дең ярым хәҡиҡәте31.01.2015
(Алһыу Әһлиуллина. “Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар”, 2014 йыл, 5 декабрь)
Былтыр “Башҡортостан” гәзите редакцияһы республиканың тарихына, уның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә арнап “түңәрәк өҫтәл” ойошторғайны. Сарала ҡатнашыусылар — тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов, тарих фәндәре докторы, профессор, билдәле археолог Нияз Мәжитов, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әсләм Арыҫланов, журналист Алһыу Әһлиуллина.

Баштан уҡ шуны билдәләп китергә кәрәк: “түңә­рәк өҫтәл”дең ойоштороусылары (был осраҡта – “Башҡортостан” гәзите редакцияһы) был етди сараны әҙерләүҙә ашығыслыҡ күрһәткән. Эш шунда: академик төшөнсәлә: “Түңәрәк өҫтәл” — ул фекер алышыуҙа ҡатнашыуҙың асыҡ формаһы йәки берәй мәсьәләне тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙың билдәле тәртиптә үҙ фекерен әйтеүе... берәй нәмә хаҡында фекер алышыуҙа, кәңәшмәлә тигеҙ хоҡуҡлы булыу (“Ҙур энциклопедик һүҙлек”. 2000 йыл.) тип нарыҡлана. Фәнни аңлатмала “түңәрәк өҫтәл” төшөнсәһе ике төрлө мәғәнәлә йөрөй — “билдәле бер мәсьәләне туранан-тура тикшереүҙә төрлө ҡатнашыусыларҙың ирекле конференцияһы” һәм “етди ҡарар ҡабул итеүҙә һайланғандарҙың ябыҡ йәмғиәте”...
Хәҙерге заманда “түңәрәк өҫтәл”дең мәғәнәһе “ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе ойоштороусы” булараҡ ҡулланыла.
Был ысул ошондай билдәләр менән характерлана:
– фекер алышыуҙың маҡсаты;
– мәсьәләне хәл итеү буйынса фекерҙәрҙе берләштереү һәм дөйөмләштереү;
– “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың пропонент ролендә сығыш яһауы (мәсьәләне хәл итеү буйынса үҙ фекерен әйтергә тейеш, ә башҡаларҙың фекерен тикшереү булырға тейеш түгел);
– фекер алышыусыларҙың бөтәһе лә тигеҙ хоҡуҡлы;
– бер кемдең дә үҙ теләген һәм ҡарарын тағырға хоҡуғы юҡ.
Һөйләшеүгә килгәндә, Башҡортостан тарихына ҡағылышлы бәхәсле фекерҙәрҙе уҡыусы “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың сығышынан эҙләйә­сәк. Тик был осраҡта Г. Обыденнова етәкселеген­дәге авторҙар коллективы тарафынан яҙылған “Уфаведение” дәреслеге һәм профессор В. Иванов менән Г. Обыденнованың “Башҡорт ҡалаһы”на ҡағылышлы фекерҙәре бер яҡлы тәнҡитҡә дусар ителгән. Һөҙөм­тәлә – “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар үрҙә телгә ал­ған авторҙар һәм журналист А. Шушпановтың мә­ҡәләләре ха­ҡында иң насар фекерҙә. Етмәһә, улар был сара­ға саҡырылмаған, тимәк, был мәсьәләне тикше­реү­ҙә үҙ фекерҙәрен әйтергә мөмкинлектәре булмай. Был “түңәрәк өҫтәл” “ярым түңәрәк” булып сыға.
Хәйер, был әле иң ҡурҡынысы түгел: фән өлкә­һендә кешене артынан тәнҡитләү – йыш күренеш. Шаҡтай насарырағы шул: “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыу­сылар проблемаға үҙ фекере булған оппо­нент­тарҙы тәнҡитләргә генә түгел, ә уларға яла яғырға юл ҡуйған. Мәҫәлән, академик Мәжитовтың Иванов менән Обыденнова яҙған ғилми хеҙмәттәргә һәм дәреслектәргә ҡарата “Был бит тәү сиратта башҡорт халҡын урыҫтарға, башҡа милләт вә­килдәренә ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙы аңлата. Сәйәси күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, халыҡ-ара дуҫлыҡты емереүгә бәрәбәр” тигән һүҙҙәрен нисек баһаларға һуң? Ғөмүмән, бындай раҫлау Рәсәй Енәйәт кодексының яла яғыу хаҡындағы статьяһын иҫкә төшөрә: “яла – ул икенсе кешенең намыҫын, абруйын төшөрөү өсөн ялған мәғлүмәт таратыу”. Ирекһеҙҙән, академик Мәжитов менән мәҡәлә авторы журналист Әһлиуллина “Башҡорт ҡалаһы” һәм башланғыс этаптарҙа башҡорт халҡының этногенезы тураһындағы фәнни бәхәсте ғилми баҫма­ларҙан суд залына күсерергә теләй тигән тәьҫорат тыуа. Ә башҡаса, күреүебеҙсә, килеп сыҡмай, сөнки педагогия университетында эшләгән ике профессор уларҙың яла яғыуына түҙеп торорға теләмәй, тейеш тә түгел.
Мәжитов әфәнденең аңлы рәүештә “Башҡорт ҡалаһы” һәм башланғыс этаптарҙа башҡорт хал­ҡының этногенезы тураһындағы фәнни бәхәстәрҙең форматын боҙоп күрһәтеүе асыҡ күренә. Бер генә миҫал: иғтибарығыҙға “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан Ҡунафин әфәнде менән академик Мәжитов ара­һындағы диалогты тәҡдим итәбеҙ.
“Ғиниәт Ҡунафин:
– ...Нияз Абдулхаҡ улы, Иванов әфәнде “Өфө-2” ҡаласығы тураһында һүҙ алып барғанда һеҙҙең менән бергә башлап йөрөнө түгелме ни?
Нияз Мәжитов:
– Эйе. Нәҡ шул Иванов үҙе инде.
Ғиниәт Ҡунафин:
— Бына бит. Башлап йөрөгәндәрҙең, ошо сы­ғанаҡтарҙы хуплағандарҙың береһе булды ла хәҙер ул иптәш 180-гә генә түгел, ә 360 градусҡа боролоп, тарихты инҡар итә. Әгәр фекерең бар икән, һин иҫбатла. Факттарыңды нигеҙләп бир”. (Бында, хөрмәтле Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһының иҫенә шуны төшөрөп үтер инем: 360 гра­дусҡа боролоу – ул киренән тәүге нөктәгә әйләнеп ҡайтыу ул).
Бындай алымды йәмәғәтселек алдында оппо­нент­тарҙың фекерен боҙоп күрһәтеү уңайлыраҡ булһын өсөн, альтернатив әҙәбиәттең барлығын әйтмәү тип ҡарарға кәрәк. Уҡыусыға мәғлүм бул­һын: 2007 йылдан алып 2014 йылға тиклем профессор Иванов һәм уның авторҙаштары Өфө, Пермь, Ҡазан, Уральск ҡалала­рындағы төрлө фәнни баҫмаларҙа, Көньяҡ Урал биләмәһендә урта быуат ҡалаларының булыу концепцияһын тәнҡит­ләп, туғыҙ мәҡәлә баҫтырҙы. Башҡорт этногенезы кон­цепцияһы хаҡында китап донъя күрҙе (В. Злыгостев һәм И. Антонов – авторҙаштар). Шуға ҡара­маҫтан, Иванов “Өфө-2” ҡаласығы археологик ҡомартҡыһын һаҡлау һәм уны ғилми яҡтан өйрәнеү маҡсатында бер нисә тапҡыр матбуғатта сығыш яһаны. Бына һеҙгә беренсе “ярым хәҡиҡәт”.
Был “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан йәмәғәтсе Арыҫланов һәм журналист Әһлиуллинаның пассажы мәҙәк. Ул айырым иғтибарға лайыҡ:
“Әсләм Арыҫланов: “Өфө тарихы” исемле китап әҙерләүҙәре тураһында хәбәрҙар булғас та, ав­торҙар коллективына барып, топонимик ата­ма­ларҙа, атап әйткәндә, Өфө йылғаһының исе­мендә хата ебәрмәүҙәрен һораным. Әлбиттә, ул ваҡыт­та ниндәйерәк йүнәлештә китап әҙер­ләүҙәрен белмәй инем. Теләгемде инҡар иттеләр – иҫкәр­теүем юҡҡа булды. “Азия һәм Европа араһында” исемле китабымда был турала яҙғанмын. Әйт­кәндәй, баҫма “Китап” магазинында һатыуҙа бар. Тарих менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ҙур белешмә булыр ине ул. “Өфө тарихы”на килгәндә иһә, үрҙә телгә алға­нымса, бында башҡорттарҙың тарихы, йәшәйеше бөтөнләй дөрөҫлөккә тап кил­мәй, уларҙы Уралда килмешәк халыҡ тип күр­һә­тергә тырышалар.
Алһыу Әһлиуллина: Тимәк, иптәш Иванов бында ла өлгөргән булып сыға?
Әсләм Арыҫланов: Шулай.”
Журналисҡа шул мәғлүм булһын: “Иванов иптәш” коллегалары – профессорҙар Г. Обыденнова, В. Горбунов, фән кандидаттары В. Кореняко (Мәскәү), Д. Васильев (Әстрхан) – менән “Башҡорт халҡының тарихы”ның 1-се (2012 й.) һәм 2-се (2014 й.) томдарына “Рәсәй археологияһы” журналында ике рецензия баҫтырып “өлгөрҙө”. Рецензиялар, дөрөҫөн әйтәбеҙ, ҡаршы яҙылған, сөнки был баҫма­ларҙың авторҙары ла, ете томлыҡ китаптың ғилми етәксеһе Ҡолшәрипов әфәнде лә үҙҙәренә йөкмә­телгән бурысты — Көньяҡ Уралдағы ерле халыҡтың боронғо һәм урта быуат тарихына хәҙерге заман талабына ярашлы фәнни күҙаллауҙы — үтәй алманы. Шуныһы ҡыҙыҡ: тәнҡит­лән­гән томдарҙың авторҙа­ры фәнни баҫмаларҙа сыҡҡан мәҡәләләргә бер һүҙ менән дә яуап бирмәне. Халыҡ аҡылы әйтә: “Эт өрә тора, каруан үтә тора”. Ләкин был осраҡта шуны оноторға ярамай: бындай төплө тикшеренеүҙәр бер йылға ғына яҙылмай, улар фәндә һуңғы һүҙгә дәғүә итә. Йәмәғәтселек авторҙарға һорау бирергә хаҡлы: ә ниңә һеҙ, ғалимдар, тикше­ренеүҙәрегеҙ тәнҡит­ләнгәнгә яуап бирмәйһегеҙ? Ни өсөн һеҙ үҙәк акаде­мик баҫмаларҙа оппоненттарығыҙға ҡаты ҡар­шылыҡ күрһәтмәйһегеҙ? Бәлки, һеҙ беҙҙең аҡсаға си­фат­һыҙ әйбер тәҡдим итәһегеҙҙер? Ни өсөн Әһлиул­лина ханым — йәмәғәтселек фекерен таратыу­сы — Ҡолшәрипов һәм Мәжитов әфәнделәргә был һорауҙы бирмәгән?
Хәҙер икенсе ярым хәҡиҡәт: “Уфаведение” уҡыу дәреслегенә “Башҡорт” ҡаласығы тураһындағы мәҡәләне аңлы рәүештә индермәгәндәр һәм шуның менән “ялған тарих” яҙып биргәндәр” (Мәжитов әфән­де) һәм бөтөнләй “башҡорт халҡының тарихын инҡар итәләр” (Арыҫланов әфәнде), тип әйтеү — “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаш­ҡандарҙың профессор Иванов һәм профессор Обыденноваға ҡарата иң ҡаты дәғүәләрҙең береһе. Был уҡыу дәреслеге тураһында һүҙ башлан­ғас, йәмәғәтселеккә дөрөҫлөктө асмай булмай.
2010 йылда Башҡортостан Мәғариф министр­лығының дөйөм белем биреү һәм милли белем биреү, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлектәре “Башҡортостан тарихы” дәреслеге буйынса эш төркөмө булдырҙы, сөнки ул ваҡытта, яңы стандарттар индерелгәс, булған дәреслектәр методика талаптарына яуап бирмәй. Эш төркөмө составына Б.Ә. Аҙнабаев — тарих фәндәре докторы, профессор, В.М. Антонов — тарих фәндәре докторы, профессор, Г.Т. Обы­деннова — тарих фәндәре докторы, профессор, Р.Н. Рәхимов — тарих фәндәре кандидаты инде­релә. Эшсе төркөм тарафынан V-VIII класс уҡыусы­лары өсөн яңы уҡыу дәреслегенең программаһы һәм кон­цепцияһы төҙөлөп, республиканың алдынғы уҡы­тыу­сы­ларына баһалама өсөн ебәрелә. Уҡы­тыусы­лар­ҙан алынған яуаптар һуңғы вариантты эшләүҙә ҡулланыла.
2011 йылда “Башҡортостан тарихы” һәм “Баш­ҡортостан мәҙәниәте” дәреслектәре “Башҡортос­тан­дың тарихы һәм мәҙәниәте” итеп берләштерелде. Эшсе төркөм тарафынан төҙәтмәләр индерелде. Ғәжәп хәл: был яңы дәреслектең документтары Башҡортостан Мәғариф министрлығында юғалды. Ләкин “көтмәгәндә” элек БДУ-ның авторҙар коллективы нәшер иткән “Башҡортостан тарихы” һәм “Башҡортос­тан мәҙәниәте” дәреслектәрен бер­ләш­тер­гән уҡыу әсбабы донъя күрҙе. Методик яҡтан бындай эклектик дәреслек уҡыу әсбаптарына ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй һәм мәктәптә ҡулланыу өсөн файҙаһыҙ. Шул ваҡытта беҙ бер нисә тапҡыр республиканың Мәғариф министрлы­ғына яңы дәреслектең концепцияһын яҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт иттек, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үтәлмәй.
2012 йылда Өфөлә “Рәсәй тарихы контексында этномәҙәни компонентын уҡытыу” темаһы буйынса тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙҙы. Был конференцияла төбәктәрҙең тарихы буйынса яңы моделле дәрес­лек яҙыу өсөн “Төбәктәр тарихы аша — Рәсәй тарихы” Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Унда һәр автор йәки авторҙар коллективы ҡатнаша ала.
2013 йылдың декабрендә Мәскәүҙә тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде. I урын­ды ике проект алды — “Рәсәй — Башҡорт­ос­тан: яҙ­мыш­тарҙың тарихи уртаҡлығы” (авторҙар кол­лективы — Б.Ә. Аҙнабаев, В.М. Антонов, В.А. Ива­нов, Г.Т. Обыденнова, Р.Н. Рәхимов) һәм “Бо­ронғо һәм урта быуат дәүерендә Алыҫ Көнсығыш тарихы” (етәксеһе – профессор О.Ю. Стрелова). 2013 йылдың ғинуарында дәреслектәрҙең макетын төҙөү буйынса алты төбәк билдәләнде — Башҡортостан, Белгород, Хабаровск, Калининград, Новосибирск, Тверь. Әлеге ваҡытта Башҡортостан тарихы буйынса макет – Мәскәү нәш­риәтендә. Беҙҙең тәнҡит­селәргә тарих буйынса дә­реслек, уҡыу әсбаптары, программалар сығарыу буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй ассоциацияһы иғлан иткән асыҡ конкурстарҙа кем йәки нимә ҡатнашырға ҡамасаулай? Дөрөҫ, был конкурстар­ҙың бер “етешһеҙлеге” бар — улар Хөкүмәт тарафынан етерлек күләмдә финансланмай.
Хәҙер – “Уфаведение” дәреслегенә “Башҡорт” ҡала­сығы тураһында мәғлүмәт индерелмәү сәбәп­тәре хаҡында. Эш шунда: ғилми мәҡәлә һәм башҡа төрлө хеҙмәттәрҙән айырмалы рәүештә, дәрес­лектәрҙе яҙыу­ға билдәле методик талаптар ҡуйыла. Алдынғы (әйҙәүсе) методистарҙың хеҙмәттәре нигеҙендә, Е. Вяземский, О. Стрелова, H. Алексашкин һәм башҡа­лар­ҙың, әлеге ваҡытта Рәсәй Фән һәм мәғариф ми­нистр­лығы ҡарамағындағы дәрес­лек һәм уҡыу әсбаптарын төҙөү буйынса эксперт советы тарафынан төбәк тарих дәреслектәре хаҡында дөйөм положе­ние­ларҙы ҡарап тормай, төп тексҡа ҡуйылған талаптарға туҡталайыҡ:
— милли Рәсәй ҡиммәттәренә, мәктәптә тарихи бе­лем биреүҙең дөйөм маҡсаттарына ҡаршы ҡуйылырға тейеш булмаған автор концепцияһы нигеҙендә төп тексты төҙөү (яҙыу);
— төбәктең тарихы ғилми яҡтан тулы объектив асылыуы;
— дәреслектә ғилми экспертиза үткән һәм ғилми берләшмәнән танылыу алған материал ҡулланы­лырға тейеш;
— ил тарихында төбәктең үҙенсәлеге һәм үҙенә башҡа әһәмиәтлеге, “төбәк менән маһайыусанлыҡ”, бер халыҡтың икенсе халыҡтан өҫтөн булыуын күрһәткән уй-фекер булырға тейеш түгел;
— уҡыусыларҙа төбәк халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ихтирам уятыу;
— төбәк уҡыу әсбабы уҡыусыларҙа дөйөм илдең үҫеше контексында үҙенең биләмәһе миҫалында тарихи процестарҙың үҙенсәлектәре хаҡында төшөнсә булдырыу һәләтен киңәйтеүгә булышлыҡ итергә тейеш;
— текста саманан тыш артыҡ мәғлүмәт булырға тейеш түгел.
Күреүегеҙсә, “Башҡорт ҡаласығы” тураһындағы сюжет үрҙә әйтелгән методик талаптарға яуап бирмәй.
Ҡыҫҡаһы, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең билдәләмә буйынса, ысынлап та, “түңәрәк” булыуы шарт, унда ниндәй булһа ла әһәмиәтле проблема буйынса тиң хоҡуҡлы төрлө фекер алышыу килеп сығырға тейеш. Фән һәм уның һөҙөмтәләре – ул йәмғиәттең ҡаҙанышы, ә аҙ кешеләр төркөмөнөң, хатта юғары ғилми исем һәм дәрәжә йөрөтөүселәрҙең, шәхси милке түгел.

В. ИВАНОВ, профессор,
Г. ОБЫДЕННОВА, профессор.



Вернуться назад