Дуҫлыҡҡа тоғролоҡ һыналды30.01.2015
Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ҡала-райондарҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белем биргән уҡытыусылары милли баҫмаларға яҙылыуҙа йылдың-йылы әүҙемлек күрһәтә. Улар гәзит-журнал материалдарын дәрестәрендә лә даими ҡуллана. “Тарихи темаға арналғандары, тел мәсьәләләренә ҡағылғандары һәм, әлбиттә, шағир һәм яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәре беҙҙең өсөн бигерәк тә әһәмиәтле”, – ти уҡытыусылар.
2015 йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуға айырыуса Нефтекама уҡытыусылары дәррәү ҡушылды. Был мәсьәләнең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһе ултырышында (етәксеһе – Гүзәл Ғайсина) ҡаралыуы ыңғай һөҙөмтә биргәндер. Әле барлыҡ уҡытыусылар ҙа баҫманы алдырып уҡый. Уны таратыуҙы хакимиәттең мәғариф идаралығы методисы Рушана Имамова үҙ өҫтөнә алғайны.
7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Шәймиева ла маҡтауға лайыҡ. Милләттәшебеҙ, гәзиттә иғлан ителгән “Башҡортостан”ды – тыуған төйәккә!” саҡырыуына ҡушылып, баҫманы Асҡын районының Мутайылға ауылында йәшәгән ата-әсәһенә бүләк итеп тә яҙҙырҙы.
Краснокама районында ла “Һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына – “Башҡортостан” гәзите” башланғысын берҙәм хупланылар. Был мәсьәләне район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Алексей Горбачев та бик дөрөҫ аңланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәре лә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булып ҡалды. Күптәре “Башҡортостан”ды матбуғатҡа яҙылыу башланғас уҡ хәстәрләгәйне. Төрлө сәбәп буйынса һуңлабыраҡ ҡалғандарға хакимиәттең мәғариф идаралығы методисы Эльвира Нагаева ярҙам итте – 15 һөнәрҙәшенең гәзиткә яҙылыу мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алды.
Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы директоры, халҡыбыҙ, телебеҙ тип янып йөрөгән Гөлфиә Динисламова мәғариф учреждениеһы етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, йыл һайын гәзитте таратыуға етди иғтибар бүлә. Уның ҡул аҫтында эшләгән милләттәштәр был юлы ла “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылды.
Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Баранова (сығышы менән — Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан) йөҙөндә “Башҡортостан” гәзите ысын дуҫын тапты тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Был әүҙем мәғариф хеҙмәткәре оҙаҡ йылдар район кимәлендәге барлыҡ милли мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, күптәрен ойоштороуҙы үҙе башлап йөрөй. Бынан тыш, баҫмаға оло хөрмәт ҡаҙанған ауылдаштары, уларҙың матур эштәре хаҡында һүрәтләмәләр ебәрергә лә ваҡыт таба.
Матбуғатҡа яҙылыуҙа ла Зөлфиә Вәлит ҡыҙы беренселәр рәтендә. Быйыл ул үҙ өлгөһөнә тағы ла өс һөнәрҙәшен эйәртте.
Гәзитебеҙҙең ысын дуҫтары булып, уның уҡыусыларын арттырыуға тос өлөш индергән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға барса эштәрендә лә уңыш ҡына юлдаш булһын!