Ғинуарҙа редакция ике йөҙҙән ашыу хат алды. Төрлө-төрлө эстәлекле улар. Берәүҙәр арабыҙҙағы яҡшы, эшсән кешеләр хаҡында хәбәр итә, икенселәр тирә-йүндәге етешһеҙлектәргә битараф ҡала алмай, уларҙы бөтөрөү юлдарын эҙләй, өсөнсөләр, аптырағандан, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Салауат ҡалаһынан Ринат Собханғолов: “Гәзиттәге үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барам. Халыҡҡа яҡынайыуығыҙ ҡыуандыра. Һәр шәмбе сыҡҡан “Матур үтһен ялығыҙ!” тигән махсус бит бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Ҡайһы бер урындарын ҡысҡырып уҡып, рәхәтләнеп көләбеҙ. Кроссвордты барлыҡ ғаиләбеҙ менән сисәбеҙ. “Ялыу кенәгәһе” тигән рубрика асып, ҡайһылай йәтеш иттегеҙ! Уның халыҡҡа ярҙамы тейеүен күреп, белеп торабыҙ. Һеҙ халыҡ өсөн эшләйһегеҙ!” — тип яҙа. Татарстандан Фәрзәнә Кинйәбаева гәзитебеҙҙең электрон версияһын уҡып барыуы хаҡында бәйән итә. Архангелдән Фанияз Садиҡов “Ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк” тигән мәҡәләһендә генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һаман да Рәсәй Геройы исеме бирелмәүенә йән әрнеүен белдерә.
Әүҙем авторҙарыбыҙ Мәхмүт Хужин, Марсель Ҡотлоғәлләмовтың уйланыуҙары, Өфөнән Фәрит Вахитов, Ләлә Бейешева, Балтастан Аида Хәйретдинова, Бишбүләктән Әнүәр Сөләймәнов, Ырымбурҙан Ғәфүр Моратов, Мәләүездән Фирүзә Арыҫланова, Йылайырҙан Фәрит Рәмов фәһемле хаттары менән ҡыуандырып торҙо.
Килгән хаттарҙың ҡайһылары гәзит биттәрендә донъя күрергә өлгөрҙө, бәғзеләре үҙ сиратын көтә, ярҙам һорап яҙылғандарын тикшереп сара күреү өсөн мәсьәләне хәл итергә тейешле етәкселәргә юлланыҡ.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар! “Ватан тарихы — халыҡ тарихы” тигән конкурс иғлан ителеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Районымдың ете мөғжизәһе”, “Ҡәләмгир”, Рәми Ғарипов исемендәге “Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем” конкурстарының дауам итеүен дә онотмағыҙ.
Хаттар бүлеге.