Әбйәлилдең тәүге нефтсеһе30.01.2015
Әбйәлилдең тәүге нефтсеһе Быйыл февралдә Марат Фәйзрахман улы Мияновҡа 80 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 76 йәшендә ҡапыл ғына ауырып китеп баҡыйлыҡҡа күсте.

Марат Миянов Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. 1958 йылда райондан беренсе булып Өфө нефть институтының тау-нефть бүлеген уңышлы тамамлай, артабан 50 йыл ғүмерен нефть сығарыу сәнәғәтенә бағышлай. Һөнәри үҫештең күп баҫҡыстарын үтә: оператор, инженер, етештереү-техник бүлек етәксеһе, нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары, баш механик вазифаларын башҡара. Үҙен талантлы инженер, белгес һәм оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә, Ишембай, Арлан, Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ул Әбйәлил районынан нефть сығарыу сәнәғәтенә беренсе булып юл асты, ауыл мәктәбен тамамлаған йәштәргә юғары техник белем алыу мөмкинлеген иҫбат итте. Уны Әбйәлилдең “беренсе нефть космонавы” тип атарға ла мөмкин.
Хәләл ефете Ғафури районынан Ләлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ике улына юғары техник белем бирҙеләр. Бала ҡайғыһы ла кисерҙеләр, ләкин яҙмыштарына зарланмай, 47 йыл пар аҡҡоштар кеүек бергә, матур ғүмер иттеләр. Марат Миянов оҙаҡ йылдар Салауат ҡалаһында йәшәне, ошо ер уның мәңгелек төйәгенә әйләнде.
Марат Фәйзрахман улы күпте күргән, белгән һәм һәр ваҡыт тағы ла күберәкте өйрәнергә ынтылып торған, хеҙмәттәштәре, иптәштәре араһында абруйлы, иғтибарлы, итәғәтле, төптән һәм ҡабаланмай уйлап эш итеүсән, мөләйем, бай эске донъялы шәхес ине. Ул тыуған Әбйәлилен, уның ябай, эшһөйәр, киң күңелле халҡын бик яратты, йыш ҡына Асҡарға һабантуйға ҡайтып йөрөнө. Был юлдарҙың авторына унан өс курс түбәнерәк бер институтта уҡыу, уның ярҙамсыллығын, эскерһеҙлеген тойоп йәшәү бәхете тейҙе. Бөгөн дә яҡташымдың һабаҡташтары менән аралашып, күрешеп йәшәйем, уларҙың Марат тураһындағы йылы иҫтәлектәренә ҡыуанам, һағыныу тойғоһон үҙ йөрәгем аша үткәрәм.
Марат Фәйзрахман улының тормош девизы хәләл көнөң менән йәшәү, донъя малы артынан ҡыумау, туғанлыҡ, иптәшлек хистәрен ололау, тыуған төйәккә, яҡындарға тоғролоҡ һаҡлау һәм бер ваҡытта ла выжданыңа хыянат итмәү булды. Яҡташым, ауылдашым һәм дуҫым менән ғорурланам, уның иҫтәлеге алдында баш эйәм, тоғро ғаиләһенә, яҡындарына, туғандарына рәхмәт әйтәм, йәш быуынға: ”Марат Миянов кеүек йәшәргә тырышығыҙ”, — тигән кәңәш бирәм.


Вернуться назад