Һарытау өлкәһенең Пугачев ҡалаһына нигеҙ һалыныуға уҙған йыл аҙағында 250 йыл тулды. Шул уңайҙан бында тантаналы рәүештә Хеҙмәт батырҙары аллеяһы асылды. Пугачев районында Советтар Союзы заманында өс кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған. Улар араһында Пугачев районының Ҡондоҙло ауылында тыуып үҫкән Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы Әсфәндиәрова ла бар. Хеҙмәт батырҙары аллеяһында ҡуйылған өс бюстың береһе уны һынландыра.
Рафиҡа 1928 йылда Пугачев районының Жестянка ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Аҙаҡ ата-әсәһе Ҡондоҙло ауылына йәшәргә китә, ә 1932 йылда күршеләге Перелюб районына күсенәләр. Тормош ауырлыҡтары Рафиҡаны уҡып йөрөгән мәктәбенән бик иртә айыра һәм ул хеҙмәт юлын бәләкәйҙән башлай.
Бер ваҡыт Әсфәндиәровтар ғаиләһе ауылдан алыҫ далала ҡуй көтә. Рафиҡа ла ата-әсәһе янында була. Көтмәгәндә ғәрәсәтле дауыл башлана. Көслө ел ҡуй көтөүен үҙ ыңғайына ситкә алып китә. Ҡыҙға күҙҙән яҙҙырмаҫҡа, юғалтмаҫҡа тип малҡайҙарҙың артынан барырға, төрлө яҡҡа таралышмаһындар өсөн бергә туплап тоторға тура килә. Кешеләр уларҙы эҙләй сыға. Бары тик бер нисә көндән һуң ғына өшөп-туңып бөткән баланы, ҡуйҙарҙы барып табалар. Был ҡыйыулығы өсөн ҡыҙыҡайҙы алтын сәғәт менән бүләкләйҙәр. Рафиҡаның тәүге хеҙмәт батырлығы яҡташтары хәтерендә бына шулай уйылып ҡала.
Ул артабанғы тормошон да ауыл хужалығы менән бәйләй. Тәүҙә һауынсы, аҙаҡ ҡошсо булып эшләй. 1966 йылда ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ә 1971 йылдың апрелендә уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Пугачев ҡалаһындағы Хеҙмәт батырҙары аллеяһында башҡорт ҡыҙының бюсы урынлаштырылыуы — барлыҡ халҡыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ ул.