Еңеү булып балҡый данығыҙ30.01.2015
Еңеү булып балҡый данығыҙ Батырлыҡты еңер көс юҡ ерҙә. Халыҡ та ҡаһармандарын онотмай, хәтер китабына яҙа бара. Илһөйәр олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ Тыуған илен фашистарҙан азат итеү өсөн йәнен-тәнен аямаған, күптәре яуҙан ҡайтмаған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылауға өс ай самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Ветерандарыбыҙ нисек йәшәй? Уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсой? Башҡортостандың Ћуғыш, хеҙмәт, Љораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы даими үткәргән кәңәшмәләрҙә, нигеҙҙә, ошондай һорауҙар ҡарала.

Әүҙемдәр, тәүәккәлдәр

Сираттағы йыйылышта Иглин ра­йо­нының беренсел ветерандар ойошмаларында отчет-һайлау йы­йылыш­тары, унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында райондың ветерандар ойошмаһы рә­йесе Сәйфулла Айытҡоловтың һәм Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Вәлиәхмәтовтың сығышы тыңланды.
Районда 13 мең пенсионер булһа, шуларҙың 45-е – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды, 215-е – Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең тол ҡатыны, дүрт кеше Венгриялағы ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡан, 492-һе – Афғанстан һәм Чечен республи­каларындағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, 729-ы – тыл хеҙмәтсәне. Райондағы 51 беренсел ветерандар ойошмаһы араһында Иглин ауыл Советына ҡарағаны иң ҙуры һанала. Иҫәптә – биш меңдән ашыу ветеран һәм хаҡлы ялдағы кеше. Аҡбирҙе ауыл Советына ҡараған беренсел ветерандар ойошмаһы ла бик уңышлы эшләй. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан ветеран Єбүзәр Єхмәҙуллин былтыр Башҡортостан делегацияһы составында Санкт-Петербургта үткәрелгән байрамға барып ҡайтҡан. Урман ауыл Советы биләмәһендә йәшәгән ветерандар хәрби ҡорал һаҡланған арсе­налдың шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан.

Бер кем дә иғтибарҙан мәхрүм түгел

Ћуңғы өс йылда район хакимиәте башланғысы менән 114 ветеран ши­фаханаларҙа сәләмәтлеген нығытҡан. «Өлкән йәштәгеләр өсөн халыҡ университеты» программаһы ла уңышлы атҡарыла: һуңғы йылдарҙа хаҡлы ялдағы 300 кеше компьютерҙы үҙләштергән. Пенсионерҙарҙың сәлә­мәтлеген хәстәрләү төп мәсьәлә­ләрҙең береһе булып ҡала. Ошо йәһәттән район хакимиәте тарафынан йыл һайын ветерандарға «Дельфин» бассейнына йөрөү өсөн йыллыҡ абонемент бирелә. «Ветерандар тура­һында»ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу йөҙөнән урындағы хакимиәт ҡарары нигеҙендә былтыр 236 ветеран медицина тикшереүе үткән. Дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып өлкән йәштәгеләрҙең өйөнә алып барыу, ашарға әҙерләргә, йортто тәртипкә килтерергә ярҙам итеү кеүек социаль-көнкүреш хеҙмәттәренә лә ихтыяж ҙур. Районда даими ойош­торолған «ҡыҙыу линия» телефон бәйләнештәре лә ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Иглин районындағы ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, төр­лө хеҙмәттәр етәкселәре, райондың ветерандар советы президиумы ағза­лары халыҡтың һорауҙарына яуап бирә. Өлкән быуын вәкилдәре урында үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа, йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Єммә хаҡлы ялдағыларҙы борсоған мәсьә­ләләр ҙә бар.

Дауаханалар
ҡайҙа булған?


Иглин районында йәшәгән ветеран­дарҙы социаль хеҙмәттәрҙең түләүлегә әйләнеүе хәүефкә һала. Илдең һаулыҡ һаҡлау системаһын ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә урындағы халыҡты, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм яугирҙәрҙең тол ҡатындарын медицина хеҙмәтләндереүе насарайған. Охлебинин ауылында – 35, Кальтовкала – 40, Урманда – 30, Көҙөйҙә 40 урынлыҡ участка дауаханалары ябылған. Халыҡ, тиҫтәләгән саҡрым ара үтеп, район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр. Є Љалтыман, Сыбаҡай ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында акушерҙар юҡ.
– Дарыуҙарға хаҡтың ҡырҡа артыуы ла борсолдора. Мәҫәлән, нафтизин элек 15 һум булһа, хәҙер – 57 һум. Район үҙәгендә ҡайһы бер дарыуханалар ябылды. Є ниңә уларҙы ауылдарҙа асмаҫҡа? Медицинаның хәле ветерандарҙы бик борсой, – тип әсенеп һөйләне Сәйфулла Айытҡолов.
Шулай ҙа өлкән быуын вәкилдәре заман ауырлыҡтарына бирешмәй. Єле Иглин районында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек әүҙем бара. 19 ауыл биләмәһендә обелисктар ипкә килтерелә. Былтыр ветеран ойошмалары ярҙамында Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистар Валерий Климовҡа, Рәлиф Наримановҡа Урман, Оло Теләк ауылдарындағы мәк­тәптәрҙә мемориаль таҡтаташ асыл­ған.
– Республикалағы ҡала һәм район­дарҙың ветерандар советтарына, Иг­лин районындағы эш тәжрибәһен фай­ҙаланып, тейешле кимәлдә отчет-һайлау конференцияларын ойошто­рор­ға кәрәк, – тип билдәләне Баш­ҡорт­­остандың Ћуғыш, хеҙмәт, Љораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәләмов.


Вернуться назад