Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Беҙҙең ишек һәр саҡ асыҡ”30.01.2015
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ:  “Беҙҙең ишек һәр саҡ асыҡ” Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Сара барышында Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм башҡалар сығыш яһаны.

Участка комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаларын һайлау һәм резервҡа кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә башланы. Шуға бәйле һорауҙар әленән-әле тыуып торғанға күрә, айырым кәңәшмә уҙғарырға ҡарар ителгән. Хәй­ҙәр Вәлиев сәйәси партияларҙың артыуын билдәләп, Үҙәк һайлау комис­сияһының сайтында тауыш биреүҙе ойоштороуға ҡағылыш­лы мәғлүмәттәр урынлаштырылыуын әйтеп үтте. “Әле рес­публиканың участка комиссияларында 15 сәйәси партиянан вәкилдәр эшләй, – тине ул. – Яңы комиссиялар билдәлән­гән ваҡыт эсендә төҙөлөр, уларҙың составына төрлө кимәлдәге һайлауҙы үткәрергә һәләтле, тәжрибәле, белемле, лайыҡлы граждандар инер тигән өмөттәбеҙ”.
Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов билдә­ләүенсә, 13 сентябрҙә уҙасаҡ Берҙәм һайлау көнөнә әҙер­лекте алдан башлау мөһим.
– Сентябрҙә үтәсәк һайлау –техник процесс, ә бына уға әҙерлек күп ваҡыт талап итә. Ниндәй генә һорау тыумаһын, уларға яуапты бергәләп таба­йыҡ, кәңәшләшеп эшләйек. Тәҡдимдәрегеҙ, уй-фекерҙә­регеҙ менән уртаҡлашырға теләһәгеҙ, мин һәр кемде ҡабул итергә әҙер, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов иһә был һайлауҙың бик мөһим икәнлеген билдәләне.
– Кандидат лайыҡлы шәхес булырға тейеш, сөнки һайлау иләге аша үткәндән һуң уға властың халыҡҡа иң яҡын вәкиленә әйләнергә тура киләсәк, – тип белдерҙе ул.





Вернуться назад