Эше юҡтың – ашы юҡБашҡортостандағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә ун ай эсендә 306 мең кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 110 меңе эш эҙләүсе булараҡ рәсми теркәлгән.
Мәҫәлән, октябрҙә генә 29 мең кеше ярҙам һорап килгән. Уларҙың 10 меңе (35 процент) эш эҙләһә, 7 меңе (24 процент) һөнәрен үҙгәртергә ҡарар иткән.
Төҙөлөш йылдам үҫәРеспубликала быйылғы ун айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1,4 миллион квадрат метрҙан ашыу 15,8 мең фатир сафҡа индерелгән.
Шәхси төҙөүселәр 10,4 мең йорт төҙөгән (торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесенең 77,9 проценты).
Ун айҙа республиканың ҙур һәм уртаса ойошмалары төҙөлөш тармағына 1418,4 миллиард һум аҡса индергән. Был, 2010 йылдағы күрһәткес менән сағыштырғанда, 5,2 тапҡырҙан ашыуға күберәк.
Балалар ҙа зауыҡ яратаӨфөлә "Балалар модаһы подиумы" төбәк фестивале үтте. Унда, балаларҙың кейем-һалым өлгөләрен күрһәтеүҙән тыш, бәләкәстәрҙең актерлыҡ һәләте, йәш рәссам-дизайнерҙарҙың эштәре баһаланды.
Сараны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында "Премьера" моделдәр агентлығы ойошторҙо.
Фестиваль барышында Өфө, Яр Саллы, Дүртөйлө, Нефтекама, Мәләүез, Сибай, Ишембай, Учалы, Дәүләкән ҡалаларының мода театрҙары, агентлыҡтары, студиялары һәм Раевка ижад йорто тәрбиәләнеүселәре парад ойошторҙо, баһалама ағзаларына һәм тамашасыларға 24 коллекция тәҡдим итте.
Композитор премияһын кемдәр алыр?Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге II Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы бара.
"Рәсәй мәҙәниәте-2006 – 2012" федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарылған бәйгелә Мәскәү, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Алматы, Һамар, Магнитогорск, Ырымбур, Сибай, Учалы һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡатнашыусылар көс һынаша.
Урта махсус, юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың сығышын күренекле сәнғәт әһелдәренән торған абруйлы жюри баһалай. Сығыштарға яңғыҙ йырлау, фортепиано, ҡыллы уйын ҡоралдары (скрипка, виолончель, контрабас) номинациялары буйынса йомғаҡ яһаласаҡ.
Еңеүселәрҙең исеме 25 ноябрҙә билдәле буласаҡ, улар гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
Тыйылған шөғөл язаһын табаТуймазы ҡалаһында йәшәүсе өс кеше суд тарафынан "Хизб ут Таһрир әл Ислами" экстремистик ойошмаһы ячейкаһын ойоштороуҙа ғәйепле тип табылған.
Был өсәү агитация материалдары әҙерләгән, күнекмәләр үткәргән, листовкалар, әҙәбиәт таратҡан, фекерҙәштәр эҙләгән. Рәсәй Конституцияһына ҡаршы эш алып барыуҙарын ғәйепләнеүселәр тулыһынса таныған. Ойошманың етәксеһе – һигеҙ, икәүһе алтышар айға иркенән мәхрүм ителгән.
Иң яманы – намыҫ ғазабы Татарстанда "Арбат" ҡоро йөк ташый торған карап капитаны Юрий Тучинға ҡарата суд башланды.
Ул бәләгә тарыусы "Болғар" карабы эргәһендә туҡтамауҙа ғәйепләнә (теплоход 10 июлдә Кама һыу һаҡлағысында батҡайны, 122 кеше һәләк булды, 79-ы иҫән ҡалды). Бәләнән ҡотолоусылар әйтеүенсә, эргәнән генә ике баржа йөҙөп үткән, әммә береһе лә туҡтамаған (һүҙ "Арбат" һәм "Дунайский-66" караптары хаҡында бара). Юрий Тучин әйтеүенсә, ул һыу өҫтөндәге кешеләрҙе экстремаль туризм менән шөғөлләнеүселәр тип уйлаған, шулай ҙа был хаҡта ярҙағы диспетчерға хәбәр иткән. "Туҡтаған осраҡта ла, баржала ҡотҡарыу саралары юҡ ине", – ти. 30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған капитанға ике йылға иркенән мәхрүм итеү янай. Тучин белдереүенсә, ул төрмәнән түгел, ә хурлыҡҡа ҡалыуҙан ҡурҡа.
Берәҙәк террорсы тотолғанНью-Йорк ҡалаһы мэры Майкл Блумберг мегаполиста теракт әҙерләнеүе хаҡында мәғлүм булыуы, уны ойошторорға теләүсенең ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр иткән.
Хосе Пементел атлы кеше Американың Ираҡҡа һәм Афғанстанға ҡаршы алып барған сәйәсәте менән риза түгел. Ул көрәштең рөхсәт ителмәгән юлын һайлаған: "Әл-Ҡәһиҙә" ("Аль-Каида") террористик селтәре инглиз телендә нәшер иткән журнал буйынса шартлатҡыс эшләгән һәм уны патруль, почта һәм хәрби машиналарға ҡаршы һөжүм итеү өсөн ҡулланырға йыйынған. Үҙе әйтмешләй, "ҡулланма буйынса бер сәғәт эсендә бомба йыйған" кеше ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер уны төрмә көтә.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне. “Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.