Йәштәргә өмөт бағлап30.01.2015
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов республикалағы Кесе дәүләт идараһы академияһы тыңлаусылары менән осрашты. БДУ-ла уҙғарылған сарала төбәктәге төп юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ла ҡатнашты.
— Әле властың бөтә кимәлдәрендә лә һөнәри кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе киҫкен тора, — тине Андрей Чечеватов. — Кесе дәүләт идараһы академияһын ойоштороуҙың төп маҡсаты — маҡсатҡа ынтылыусан, аҡыллы йәштәрҙе йәлеп итеү.
Баш федераль инспектор сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Буласаҡ идарасыларҙы йәштәргә дәүләт ярҙамы программалары, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеге, академияны тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы.





Вернуться назад