Әҙиптәргә грант ярҙам итәсәк30.01.2015
Республика комиссияһы ҡарары менән Башҡортостан Башлығының миллион һумлыҡ гранттарының ҡайһы берҙәре әҙәбиәт өлкәһендәге проекттарға бирелде. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе.
Еңеүселәр араһында республиканың Милли әҙәбиәт музейына һәм уның филиалдарына ярҙам күрһәтеү, Сәсәндәр үҙәген ойоштороу проекттары, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүҙе әүҙемләштереү маҡсатындағы ике конкурс бар.
Ултырышта Мәҙәниәт министрлығы әҙерләгән Әҙәбиәт йылы саралары планы раҫланды. Уға шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Мәғариф министрлығының, район һәм ҡала хакимиәттәренең тәҡдимдәре индерелде.