Торлаҡ алырға теләүселәргә ҡулай ысул30.01.2015
Башҡортостанда торлаҡ төҙөү өсөн аҡса һаҡлау системаһы тағы ла бер йылға асыҡ ҡаласаҡ. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ошо турала хәбәр итте.
— Иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса сараларҙы тикшереү барышында программаны туҡтатмау тәҡдиме булды, сөнки хәҙер ипотека кредиты алыу ҡатмарлаша. Баҙарҙа халыҡтың киң ҡатламына иҫәпләнгән ипотека ставкаһы һәм шарттары юҡ тиерлек, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Әле республика Хөкүмәтендә торлаҡ төҙөү һаҡламын артабан үҫтереү буйынса тейешле ҡарар проекты әҙерләнде. Был программа Башҡортостанда былтыр 1 апрелдә ғәмәлгә индерелгәйне. Уға ярашлы, граждандар проектта ҡатнашҡан банкта асылған махсус иҫәпкә торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн аҡса һала. Депозитҡа йылына 1-1,5 процент өҫтәлә бара. Уға шулай уҡ һалынған аҡсаның 30 проценты күләмендә бюджет премияһы ҡушыла. Аҡсаны һаҡлау ваҡыты тамамланғас, программала ҡатнашыусылар 4,5 — 9 йылға 6-7 процент менән льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була.



Вернуться назад