Субсидия юллағыҙ30.01.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов айырым категорияларға ҡараған граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биреү шарттарын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика Хөкүмәтендә тейешле бойороҡ әҙерләнде.
Документҡа ҡул ҡуйылғас, 1 ғинуарҙан 30 июнгә тиклем ғаиләнең дөйөм килемендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдарҙың рөхсәт ителгән иң ҙур өлөшө стандарты түбәнәйтеләсәк. Был күрһәткес күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн — 20-нән 15 процентҡа, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн 20-нән 18 процентҡа тиклем кәметелә.
Субсидия алыусылар иҫәбенә ингән башҡа кешеләр өсөн стандарт күләме үҙгәрешһеҙ, йәғни 20 процент кимәлендә ҡала. Быйыл 75 меңдән ашыу ғаилә субсидия алыр тип күҙаллана. Бының өсөн Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенең филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талап ителгән документтар исемлеге Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында баҫылған.





Вернуться назад