Килешеү нисек үтәлә?30.01.2015
“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк офисында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов компанияның идара рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.
Улар хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеүҙең тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе. Республикала газ үткәреү хаҡында ла һүҙ барҙы. 2006 — 2014 йылдарҙа “Газпром” был маҡсатҡа 3,2 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Ошо иҫәпкә ҡасабалар араһында дөйөм оҙонлоғо 366 километрлыҡ 18 газ үткәргес һалынған. Һөҙөмтәлә республикала был күрһәткес 87,3 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса уртаса — 65,1 процент). Быйыл “Газпром” туғыҙ газ үткәргес һалыуға һәм тағы ла дүрт объект өсөн проект-смета документтарын эшләүгә 300 миллион һум аҡса бүлергә ниәтләй.
Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү дауам итә. Әле компания газ тултырыусы 11 компрессор станцияһының икәүһен яңырта, шулай уҡ тағы бер станция төҙөү буйынса проект-тикшеренеү эшен башҡара.