Ҡулында тәсбих ине...30.01.2015
Беҙҙең, һуғыштан һуң тыуған балаларҙың, араһында байҙар ҙа, ярлылар ҙа булманы – бергә ойошоп йәшәнек. Атайлылар ҙа, атайһыҙҙар ҙа бер сама үҫтек.

Өлкәндәр таң һарыһынан ҡара төнгә ҡәҙәр эштә булғанлыҡтан, уларҙы күрмәнек тә тиерлек. Ауылда күмәгебеҙгә бер өләсәй – әсәйемдең әсәһе – ине. Ул бер баланы ла айырып ҡараманы. Үҙе көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыр, һәр ғәмәле “Аллаһ Тәғәлә” һүҙенән башланыр ине. “Икмәктең валсығын да төшөр­мәгеҙ – Хоҙай барыһын да күреп тора”, “шапылдап ашамағыҙ, туҡлан­ғанда һөйләшмәгеҙ”, “аяҡтарығыҙҙы болғатып ултырып, шайтан саҡыр­мағыҙ”, тип әйләнгән һайын өйрәтә торғайны.
Мәрхәбә өләсәйем ихлас, алсаҡ кеше булды. Тотош ауыл балаларын эйәртеп, еләккә йөрөр ине. Оҙон ыштанының балаҡтарын төрөп ҡуя ла әрмәк (тирүгә) менән ваҡ балыҡ һөҙөргә төшөп китә. Табышын өйгә алып ҡайтып, һыу тултырылған ҙур тасҡа ебәрә лә өйрәк балаларының уларҙы нисек баҫтырып ашағанын беҙҙең ыңғайға ихлас күҙәтә.
Күршеләге ете йәшлек аға­йым­дың, өләсәйемдең янына килеп: “Әсәйем башҡа имеҙмәйем, ташлатам, ти”, – тип ошаҡлап йөрөгәне хәтеремдә. Өләсәйем ысынлап көйөп киткән кеше була: “Әйтермен әле мин уға, имеҙер!” Барыбыҙ өсөн дә яуаплы булғас, өләсәйемә ал да, ял да булмағандыр, әммә ул һис һуҡран­маны, һәр кемдең йомошон ихлас үтәне. Дини кеше тип, уға олоһо ла, кесеһе лә хәйер-саҙаҡа бирә тор­ғайны. Аҡса булмаһа, кән­фит, шәкәр һәм башҡа тәм-том килтерерҙәр ине. Өләсәйем барыһына ла риза булып, доға ҡылып, изге фатихаһын биреп ҡалды. Сирлеләрҙе өшкөрә лә тор­ғайны. Аллаһ Тәғәлә үҙенә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ биргәндер: көҙгө ҡырау төш­кән мәлдәрҙә лә тышта яланаяҡ йөрөр ине.
Ихлас, яҡты күңелле, һәр саҡ изге уйҙа йәшәгән өләсәйемә Аллаһ Тә­ғәлә 98 йыллыҡ оҙон ғүмер бүләк итте. Ҡәҙерлебеҙ 1968 йылдың 24 июнендә иртәнсәк донъя менән хушлашты. Баҡыйлыҡҡа күскәнендә лә ҡулында тәсбих ине.
Өләсәйемдең вафатына 42 йыл үткәс, ауылға ингән ерҙә тирә-яҡҡа нур һибеп, Аллаһ йорто ҡалҡып сыҡ­ты. Өләсәйемдең өлкән улының бүләһе төҙөттө уны. Эште ихлас атҡарып сыҡҡан ир-егеттәрҙең ғаилә­ләренә, йортто тыштан матурлап буяп ҡуйған ҡатын-ҡыҙға Раббыбыҙ сауабын насип итһен, тип теләйем. Ауылға иман ҡайтыуына өләсәйем­дең рухы шатланалыр.
Мин дә дин юлына баҫып, өлә­сәйебеҙҙең доғаларын дауам итергә ниәт иткәнмен. Ҡөрьән аяттарын ятлайым, балаларымды Исламға хөр­мәт менән ҡарарға өйрәтәм, Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инандырырға теләйем.







Вернуться назад