Эскелек сирме, әллә яман ғәҙәтме?
Эх, ҡустым... Нисәмә тапҡыр һине мәжбүр итеп тигәндәй дауаларға алып барҙыҡ, бер тапҡыр үҙең дауаланып ҡайттың, тик күпмелер ваҡыттан һуң йәнә иҫереп йығылғаныңды белеп ҡалабыҙ. Шылтыратҡанда апайым һинең турала: “Бер айҙан ашыу инде эсмәй йөрөй”, – тиһә, күңел күтәрелеп китә, эшкә дәрт арта... Һин үҙең бит эш тигәндә бик өлгөр, кешегә ярҙамсыл, атай-инәйгә итәғәтле булдың. Тик эскесенең юлы ҡайҙа тамамланыры билдәле – көҙҙөң ҡара һыуығында һине подъезда туңған килеш тапҡандар. Быйыл ғинуарҙа 55 йәшең тулған булыр ине, шуны хәтерләп ултырыуым...Йәй ауылға ҡайтҡанда зыяратҡа һуғылмай китмәйем. Ете йыл элек мәрхүм булған атайыбыҙға күрше генә һин яттың, тағы бер йылдан өсөнсө ҡәбер булып инәйебеҙ урын алды. Уртансы улын шулай йәшләй юғалтыу ҡайғыһы ла сирҙәрен көсәйткәндер инде. Араҡыны ғүмерҙә лә ауыҙына алмаған атай-инәйем, теге донъяла ла һине эскелек афәтенән ҡурсаларға теләгәндәй, ҡәбереңде уртаға алып ятҡан. Килгән һайын, рәшәткәңә тотоноп, һиңә күңелдән генә һорауҙар бирәм: “Ә ниңә һин шулай үлгәнсе эстең? Үҙең бының һәләкәт икәнен аңламай инеңме ни? Ә беҙ һине туҡтатыу өсөн нимә эшләргә бурыслы, ниндәй генә саралар күрергә тейеш инек һуң?”
Яуап бирмәйһең. Хәйер, бер генә алкоголиктан да был һорауҙарға яуап ала алғаным юҡ.
Бер йәй ауылда элекке класс етәксем менән һөйләшеп торғайныҡ. Һүҙ үҙенән-үҙе йәштәрҙең эскегә бирелеүенә, шул арҡала типһә тимер өҙөрҙәй генә саҡтарында теге донъяға китеп барыуҙарына күсте. Эсеп үлгән егеттәрҙең ҡәберҙәре күбәйә башлағас, бер ағыу теллеһе зыяраттың был өлөшөнә “йәштәр урамы” тип исем ҡушҡан икән.
– Хәлде үҙгәртерлек тә әмәл юҡ, – тип көрһөндө уҡытыусым. – Күршемдең инде ярты ҡартайған улы миңә шулай тине: “Ниңә эсәһең?” – тиһегеҙ ҙә теңкәгә тейәһегеҙ. Алты кеше, алты яҡтан мылтыҡ тоҫҡап, “Эсһәң – атабыҙ!” тиһә лә алдымда ултырған стаканды күтәрәм. Атһағыҙ инде – эсмәҫмен, үлгән кеше нисек эсһен...”
Эскесенең был логикаһы тимер стена кеүек, емерерлек түгел.
Хәҙер матбуғатта ла, Интернетта ла Рәсәйҙә эскелекте туҡтатыу юлдары тураһында бәхәс күп, һәм барлыҡ һүҙ бер үк нәмәгә барып тоташа: алкоголикты мәжбүр итеп дауаларға мөмкинме? “Юҡ, ярамай, өгөтләү йә оялтыу аша үҙ аяғы менән атлап медицина учреждениеһына барырға күндерергә мөмкин, ләкин мәжбүр итеү закон менән тыйыла! Уның һуңынан үҙегеҙҙе бының өсөн судҡа биреү хоҡуғы бар...” – һығымта ғәҙәттә шулайыраҡ тамамлана.
Тимәк, бер генә юл: алкоголик был афәттән үҙе теләп кенә ҡотола ала. Хәйер, ғәҙеллек ҡанундары буйынса ҡарағанда ла был шулай булырға тейеш, сөнки эскесе – тулы хоҡуҡлы кеше. Мал сирләп китһә генә, ветеринарға алып барғанда, арбаға тояҡтарын бәйләп һалалар.
Әммә алкоголиктың үҙе теләп барып дауаланыуы – һирәк хәл. “Теләгән ваҡытта бер ниндәй дауаһыҙ ҙа туҡтай алам!” – тип кенә ебәрәләр. Ләкин барыбер туҡтамай... Тимәк, теләмәй?! Бына шул юҫыҡта инде ҡыҙыҡ та (дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс) һорау тыуа. Эскелек – ул сирме?
Әгәр ҙә сир түгел тиер инең, ул, башҡа ауырыуҙар кеүек үк, үҙенә-үҙе хужа булмаған кеше тәьҫирен ҡалдыра, аңы томалана, нимә эшләгәнен дә белмәҫ хәлгә килә, бер туҡтауһыҙ араҡыға (был осраҡта – дарыуға) ынтыла, “аҡ биҙгәк” тигәне үҙе генә лә ни тора. Туғандары йыш ҡына табип саҡырып алып бахмурҙан сығарырға мәжбүр...
Ләкин “ауырыу” тип әйтер инең, улар, ғәҙәттә, үҙҙәре быны танымай. Тимәк, сирлемен тип һанамай!? Сир булһын өсөн симптомдары кәрәк! Психиатрия өлкәһендә булһа ла... Бахмурҙан баш ауыртыуы ул симптом түгел бит... Ә ниңә беҙ үҙ сирен танымаған кешене мәжбүр итеп дауаларға тырышабыҙ әле? Алкоголизм онкология сире менән бер, дауалауы ҡыйын тип тә яҙалар. Ләкин яман шеш булыуы асыҡланған кеше дауаханаға үҙе йүгереп бара, бер кем дә аяҡ-ҡулын бәйләп алып китмәй бит. Бына әйт әле, ҡустым: ни өсөн Европаның Франция, Германия, Англия кеүек алдынғы илдәрендә алкоголизм беҙҙәге кеүек үҫешмәгән, хатта юҡ дәрәжәһендә? Һин уларҙың организмы икенсе төрлө тип уйлайһыңмы? Бәлки, мейе төҙөлөшө бүтәнсәлер? Ә-ә, уларҙа тормош икенсе, тәрбиә башҡа төрлө, тиһеңме? Ләкин уныһы бит сир түгел? Улар эскелеккә бирелмәгән өсөн дә яҡшыраҡ йәшәйҙер, моғайын? “Эскесе аҡыл йәһәтенән дә, әхлаҡ буйынса ла бер нисек тә алға бара алмай”, – тигән Лев Толстой.
Бындай осраҡта кемдеңдер: “Алкоголизм – социаль сир”, – тигәнен дә ишетергә тура килгәйне. Әммә социаль сирҙәр йәнә килеп халыҡтың тормош шарттарына бәйле, һәм медицина ғына бында бер нәмә лә эшләй алмай! Был ахыр сиктә беҙҙең мәҙәни кимәлгә барып тоташа. Тик мәҙәниәт медицина түгел. Табиптарҙың алкоголизмға ҡаршы көрәшенең артыҡ фәтүәһе булмауы ла шуға бәйле түгелме икән?
Медицинаның был йүнәлештәге сәйер эшмәкәрлеге тураһында оҙаҡ бәхәсләшергә мөмкин булыр ине. Алкоголизмдан дауалаусы эреле-ваҡлы клиникаларҙың бер Өфөлә генә иҫәбе-һаны юҡ шикелле. Улар халыҡты ысынлап та эскелектән ҡотҡара алһа, бөгөн бер алкаш та ҡалмаҫ ине. Хәйер, клиникаларҙың үҙҙәре өсөн был хәл ҡот осҡос буласаҡ – улар бит артабан эшһеҙ ҡала...
– “Кодировка” йәки “зашивка” тигән нәмәләр алдаҡ ҡына ул, был ысулдар эсеүҙе фәҡәт ваҡытлыса туҡтата ғына, ләкин дауалай алмай! – тигәйне миңә бер саҡ редакцияға йыш килеп йөрөгән таныш экстрасенс. Уның раҫлауынса, кешенең аңы томаланғансы эскегә һалышыуына өҫтән (күктән) килгән “установка” йәки иблис ҡотортоуы сәбәпсе.
– Ҡайһы бер кеше эсеүенән кинәт туҡтай, әммә ни өсөн туҡтауының ысын сәбәбен ул үҙе лә белмәй, – ти ул. – Ә сәбәбе уның йәне күктән изге күрһәтмә алыуға ҡайтып ҡала.
Был фекерҙе ысынға алһаҡ, эскелектең сир булыуына шик арта ғына төшә. Ләкин иң мөһиме – күктән ҡасан “фарман төшөүен” көтөп ултырыу эскесе ғаиләһенең һәм яҡындарының хәлен бер нисек тә еңеләйтмәй. Ғәзиз кешеләрен нисек был афәттән туҡтатырға белмәй, улар йыш ҡына төрлө ауырыуҙарға бирешә башлай. Бына уларҙа – ысынлап та сир! Сөнки дарыу эсәләр, табиптарға йөрөйҙәр. Эскесе генә бер еренә лә зарланмай. Дөрөҫ, ҡатыны әйберҙәрен тейәп һәм балаһын етәкләп сығып китергә, йәғни айырылышырға ла мөмкин. Тик алкоголиктың бахыр әсәһе ҡайҙа китһен дә ни генә ҡыла алһын?
Ә алкоголик ҡатындарын мин йәлләмәйем. Ирҙәренең шундай көнгә төшөүендә уларҙың да өлөшө ҙур. Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы. Бына һин, ҡустым, күҙ алдыңа килтер: эсеүҙе бөтөнләйгә ташланың, арыу ғына ергә эшкә урынлаштың, ти. Бөхтә итеп костюм-галстук кейгән килеш эштән ҡайтып инәһең. Ни күрәһең: әрпеш ҡатын, матур итеп биҙәнеп-кейенеп йөрөргә ул әле өйрәнмәгән, йорт эсе ҡотһоҙ, йүнле аш-һыуы ла юҡ... Уныһы әле бер хәл, ҡатының: “Мине һин шундай көнгә төшөрҙөң!” – тип көн һайын тәҡрарлай башлаһа, “Башҡаларҙың машинаһы бар, ҡатынына затлы тун алғандар, ә һин...” – тип сәғәт һайын туҡып торһа, һин нимә эшләйһең? Дөрөҫ – тағы араҡы шешәһенә үреләһең. Һәм һеҙҙең ҡәҙимге, барыһы ла күнеккән тормош ҡабаттан башлана.
Эскегә бирелеүселәр үҙҙәре бер ҡатлам, үҙенсәлекле холоҡло кешеләрҙер ул, тим. Бына һин бик тойғоло, ғәҙеллек өсөн йәнтәслим көрәшкә ташланырға әҙер, ҡыҙып китеүсән булдың (ләкин атай-инәйгә бер ҡасан да аҡырманың, екермәнең – рәхмәт һиңә уның өсөн). Һәм дә бәхәсләшергә ярата инең. Бер саҡ шулай тип әйткәнең хәтерҙә:
“Бына һеҙ – дәүләт ҡаҙнаһынан эш хаҡы алыусылар, ә ул ҡаҙнаға кем күберәк файҙа килтерә, беләһеңме? Араҡы һатып алыусылар!”
Тәү ҡарашҡа был ысынлап та шулай кеүек. Дәүләт бюджеты, уныһынан да бигерәк муниципаль ҡаҙна араҡы һатыуҙан ҙур төшөм ала. Әммә иҡтисад ғалимдары яҙыуынса, милләттең ҙур ғына өлөшө иҫерек хәлдә көн күреүенән ил иҡтисадына килгән зыян был төшөмдө нигеҙҙә юҡҡа сығара. Күпме енәйәт, юл фажиғәләре, медицина сығымдары, предприятиеларҙағы авариялар, етемдәрҙе дәүләт елкәһенә һалыу зарурлығы һ.б. шуны раҫлай ала. Иҫеректәр үҙен һәм ғаиләһен хәйерселеккә төшөрөп кенә ҡалмай, милләтен донъя баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуға ла булышлыҡ итә. Иң ҡурҡынысы шул: эскелектән Рәсәйҙә йыл һайын ярты миллионға яҡын кеше үлә! Һуғыш, эпидемия һәм тәбиғәт бәлә-ҡазаларынан һәләк булғандарҙың барыһын бергә ҡушһаң да был күрһәткескә етә алмаясаҡ!
Шуныһы ғәжәп: кибеттәрҙә араҡы һатыуҙы кәметеү был тауарҙы ҡулланыуҙы аҙайтмай. Көмөшкә ҡайнатыу һәм башҡа шундай суррогат етештереүҙең артыуына ғына килтерә. Шул арҡала Горбачевтың “ҡоро законы” ла оҙаҡҡа барманы – туҡтатылды. Әлеге шул ҡаҙнаға зыян килеүе лә сәбәп булғандыр инде. Хәҙер дәүләт араҡыға акцизды аҙлап ҡына һәм ҡурҡа-ҡурҡа ғына күтәрә, сөнки ихтыяж рөхсәт ителгән араҡынан рөхсәт ителмәгән көмөшкә яғына шыуырға ғына, ҡаҙнаға зыян килергә генә тора. Йәмғиәтебеҙ ниндәй – иҡтисадыбыҙ ҙа шундай.
“Эскеселәрҙе был шөғөлдәренән туҡтатырға тырышыуҙан файҙа юҡ, улар – юғалған быуын. Ә бына үҫеп килеүсе быуынды ошо һәләкәткә яҡын ебәрмәүҙе изге бурысыбыҙ тип һанарға тейешбеҙ!” Былтыр Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсына арналған семинар-кәңәшмәлә күрһәтелгән бер фильмда шундай фекер әйтелгәйне. Ә мин көрәш шулай ҙа кәрәк тип уйлайым. Ләкин был алкоголик менән уның ғаиләһенең айҡашыуы түгел, ә эскесенең үҙ-үҙе менән көрәше булырға тейеш. Бындай көрәштә еңгән кешеләр бар бит. Аҙ улар, әммә бар. Бер ниндәй дауаһыҙ ҙа үҙ тәнендәге ошо “сир”ҙе туҡтаталар. Тик бының өсөн тойғолар, шиктәр, мөнәсәбәттәр түгел, ә ихтыяр көсө кәрәктер. Бөтәһенең дә шундай ҡаты ихтыяр көсө табырлыҡ ҡөҙрәте бармы? Бармы ул беҙҙең халыҡта?
Һин өндәшмәйһең. Хәйер, һиңә инде барыбер, ә бит егеттәр бер-бер артлы юҡҡа сығыуын дауам итә. Яҙ еткәс тә ҡәбереңә ҡарағай ултыртам тип йөрөгән класташың Урал да был ниәтен тормошҡа ашыра алмай ҡалды – ҡыш уҡ уны “йәштәр урамы”ның ана теге яҡ осона алып барып ерләп тә ҡуйҙылар. Бер ай туҡтамай эскән икән.
Йә, ярай, мин Өфөләргә ҡайтайым. Унда икенсерәк донъя, миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполистың урамы буйлап теләһәң көнө буйы атла – исмаһам, бер иҫерек осраһа... Ә бит хәмер һатҡан кибеттәр – мөйөш һайын. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылда ла хәҙер эсеү кәмей башлаған һымаҡ ул. Әллә алкоголиктар үлеп бөтөп бара, әллә заманы үҙгәрә төштө...
...Уҙған йәй йәнә тыуған ауылымда булдым, тағы зыяратҡа бармай булдыра алманым. Һиңә күрше генә дүртенсе ҡәбер пәйҙә булған. Кинйә ҡустыбыҙ былай йыш та эсмәй ине кеүек, ләкин бер төшөрә башлаһа... Уны апаһы ла, армиянан ҡайтып өйләнгән улы ла әллә нисә тапҡыр дауалап ҡараны. Тик бер тапҡыр бахмурҙан йонсоғанда кемдер бик насар сифатлы көмөшкә тотторған. Ауылда ошондай ағыу һатып аҡса эшләүселәр бар. Йәне йәһәннәмдә булһын уларҙың. Тик барыбер һәр кемдең үҙ ихтыяр көсө булырға тейеш бит... Эх, ҡустылар...