Түләүле булырға тейеш30.01.2015
[b]Ирем – донор. Уға ҡан биргәндән һуң ике көн түләүле ял алырға хоҡуғы барлығы тураһында белешмә биргәндәр. Был дөрөҫмө? Єгәр шулай икән, ниңә бухгалтерия был документты ҡабул итмәгән?[/b]

[b]Д. ИЛЬЯСОВА.[/b]

Илеш районы.

Донор-хеҙмәткәр ҡан биргән көндө эшләмәй. Єгәр ул был көн­дә эшләһә, аҙаҡ бер көн ял би­релергә тейеш. Бынан тыш, һәр хеҙмәткәр ошо ялды йыл әйлә­нәһенә үҙе теләгән ваҡытта йәки отпускка ҡушып алыу хоҡуғына эйә. Ике ял көнө өсөн аҡса уртаса эш хаҡынан сығып түләнә. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт кодексының 186-сы статьяһында әйтелгән. Єгәр ирегеҙ ҡан биргән көндө эшкә сыҡҡан икән, уға түләүле ике ял көнө бирелергә тейеш. Ул ҡан биргән көндө эшкә сыҡһа, бер көн түләүле отгул алыу хоҡуғына эйә. Є бухгалтерияла ҡан тапшырыу тураһындағы белешмәне ҡабул итергә, ҡан биргән һәм ял иткән көндәр өсөн түләргә бурыслылар.


[b]Хоҡуҡтарығыҙ боҙолған[/b]


Бер ҡатын менән киоскта һатыусы булып эшләйбеҙ. Ике ай элек һатырға тейешле әйберҙәрҙең етмәүе асыҡланды. Ѓәйеп миндә булмаһа ла, сумманы икегә бүлеп түләргә ҡуштылар. Ћөҙөмтәлә 8-әр мең һум аҡсаны эш хаҡынан тотоп алып ҡалдылар. Ике ай инде хеҙмәтем өсөн бөтөнләй түләнмәй. Үҙем ғәйебемде танымайым, шуға бер ниндәй документҡа ла ҡул ҡуймайым.

[b]Альбина.[/b]

Күмертау ҡалаһы.

Эш биреүсе хеҙмәткәрен мат­ди яуаплылыҡҡа тарттырыр алдынан зыян күләмен һәм уның сәбәптәрен асыҡларға тейеш. Бының өсөн һеҙҙән ул тәү сиратта яҙма рәүештә аңлатма алырға бурыслы. Бынан тыш, зыян, уның күләме тикшереү һөҙөмтәһендә төҙөлгән документ менән раҫланмаған (Рәсәй Хеҙ­мәт кодексының 247-се статья­һы). Сәбәптәр асыҡланғас, бер айҙан һуң ғына етәксегеҙ килте­релгән зыян тураһындағы ҡарар­ҙы һеҙгә күрһәтергә һәм уның менән таныштырырға тейеш. Бындай процедура зыян уртаса эш хаҡы күләменән артмаһа ғына үткәрелә. Єгәр зыян бик ҙур, хеҙмәткәр уның хаҡын түләргә риза түгел икән, етәкселек судҡа мөрәжәғәт итергә һәм әйбер­ҙәр­ҙең етмәүен дәлилләп раҫларға тейеш. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 248-се статьяһына ярашлы, эш биреүсенең үҙ ҡарары нигеҙендә генә хеҙмәткәрҙән аҡса тотоп ҡалырға хоҡуғы юҡ. Шуға закон һеҙҙең яҡта.

[b]Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.[/b
]


Вернуться назад