Интернетта ла уҡый алаһығыҙ07.02.2012
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Яратҡан гәзитегеҙҙең электрон варинаты эшләп килеүе тураһында хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Сайтыбыҙҙың адресы — www.bash.bashgazet.ru. Донъяның ниндәй тарафында булыуығыҙға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә баҫылған материалдар менән сайтыбыҙҙа таныша алаһығыҙ.
Шулай уҡ гәзиттең PDF версияһына яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Интернеттағы йәшнигегеҙгә һалынған электрон гәзитте ҡағыҙ версияһы сығырҙан бер көн алдараҡ, киске сәғәт 9-10-дарҙа, уҡыясаҡһығыҙ.
Яҙылыу хаҡтары:
1 айға — 25 һум;
6 айға — 150 һум;
1 йылға — 300 һум.
PDF версияһына редакцияға килеп яҙылырға йәки беҙҙең реквизиттар буйынса почта бүлексәһендә аҡса күсерергә һәм күсермәһен почта аша һалырға мөмкин. Электрон йәшнигегеҙҙең адресын күрһәтергә онотмағыҙ.
Әйткәндәй, сайттың абруйы арта бара: быйылғы 1 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем уны 22 018 кеше уҡыған, бынан тыш 3 443 кеше инеп кенә сыҡҡан. Беҙҙең сайтты файҙаланыусылар араһында Италия, АҠШ, Төркиә, Украина һәм Белоруссия вәкилдәре лә бар.
Мөхәрририәт.


Вернуться назад