“Баҫыуҙарҙа ундай үлән тапманыҡ”30.01.2015
(Сибәғәт Рахманғолов,
“Донъяны баҫа ҡоротҡос”,
2014 йыл, 30 июль)

Төньяҡ Америка үҫемлеге булған амброзияның республика баҫыуҙарында күпләп таралыуы хаҡында борсолоп яҙғайны автор. Уға Башҡортостан буйынса Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе идаралығынан яуап хаты килде.

Яҙмала әйтелеүенсә, 2010 – 2012 йылдарҙа ҡоротҡос үҫемлектәрҙең таралыу урындарын билдәләү маҡсатында тикшереү үткәрелгән. “Мониторинг күрһәтеүенсә, республи­ка хужалыҡтарында һәм ауыл биләмәләрендә амброзияға ҡаршы һөҙөмтәле саралар алып барыла, күпселек төбәк­тәрҙә ҡоротҡостарҙы химик һәм агротехник алымдар менән юҡ итеү буйынса планға ярашлы эшләйҙәр. Былтыр Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондары ерҙәре тикшерелде, ундай үлән үҫкән урындар асыҡланманы”, – тиелгән хатта.


Вернуться назад