Ер тигәнебеҙ алтын икән30.01.2015
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы йома һандарының береһендә ер пайына ҡағылышлы яҙмаларҙы уҡығас, тәрән уйға баттым. Тәүге биттәге һүрәттә һыңар аяғында баҫып торған крәҫтиән беҙҙең Бөрйән кешеһен хәтерләткәндәй. Эйе, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл: бындағы халыҡҡа ер етмәй!
Районыбыҙҙың дөйөм майҙаны 444,4 мең гектар тип беләбеҙ. Бөрйәндә йәмғеһе 18 мең самаһы кеше йәшәүе лә мәғлүм. “Ниңә ер етмәй һуң һеҙгә?” – тиерһегеҙ. Бөтә бәлә – биләмәбеҙҙең күпселек өлөшө (яңылышмаһам, 88 проценты) федераль ҡарамаҡта булыуы. Тәбиғәтебеҙ хозур һәм саф булғас, аҙым һайын тиерлек ҡурсаулыҡ та заказник яһап бөттөләр, әммә төп сәбәп унда ғына ла түгелдер. Яңы ҡануниәткә ярашлы урман тотошлайы менән федераль милек тип һанала бит.
Ләкин урындағы етәкселек быға һылтанып тик ултырмаһын ине. Моғайын, урман хужалығына ҡараған майҙандарҙы муниципаль милеккә күсереп булалыр, тим. Юғиһә йәштәргә өй һалырға ер юҡ, ҡайһы бер ауылдарҙа элекке силос соҡорҙары өҫтөнә, емтек күмгән урындарға, техника ремонтлауҙан тупрағына үлән дә үҫмәҫлек итеп яғыулыҡ-майлау материалдары һеңгән биләмәләргә, хатта зыяратҡа терәтеп тигәндәй йорт күтәрергә мәжбүрҙәр. Иҫке Собханғолда өй һатып алам тиһәң, 700 меңдән 3 миллионғаса һум кәрәк, тиҙәр ине, ысындыр.