Табипһыҙ ҡалабыҙмы?30.01.2015
Ауылыбыҙҙағы фельдшер-акушерлыҡ пунктындағы ике хеҙмәткәрҙең дә эш хаҡын яртылаш ҡырҡтылар, хәҙер улар айына 2000-3600 һум аҡса ала. Фельдшерыбыҙ сиктәш Бөрйән районынан йөрөп хеҙмәтләндерә, тик һуңғы үҙгәрештәр арҡаһында һаулығы ҡаҡшай башланы, эштән китеүе лә мөмкин. Беҙ, ауыл халҡы, табипһыҙ нисек йәшәргә тейеш булабыҙ? Ошо мәсьәлә буйынса район хакимиәте тарафынан берәй сара, ярҙам күрһәтелмәҫме икән?

Ишембай районының Яңы Һәйет ауылы халҡы.



Вернуться назад