Ғүмерем буйы гәзит-журнал алдырып уҡыным. Тик һуңғы йылдарҙа почта хеҙмәтләндереүе насар кимәлдә булыуы арҡаһында матбуғатҡа яҙылыусылар кәмегәндән-кәмей. Мәҫәлән, «Башҡортостан» гәзитенең 9 ғинуарҙа сыҡҡан йома һанын 18 көн (!) үткәс кенә ҡулыма алыу бәхетенә өлгәштем. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылыбыҙ почтальоны район үҙәгенән ғинуарҙа сыҡҡан өс йома һанын алып ҡайтып бирҙе. Әйткәндәй, гәзит бик уҡымлы, һәр мәҡәлә менән рәхәтләнеп танышабыҙ.
Матбуғат баҫмаларын ваҡытында һәм теүәл алмаған халыҡ әкренләп уларҙан һыуына, шуға ла хәҙер гәзит-журналға яҙылыусыларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡыҫҡаһы, почта үҙ «хужалығында» тәртип урынлаштырып, исмаһам, Әҙәбиәт йылында беҙҙе рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәһен ине.
Р. ЗИННУРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,
хеҙмәт ветераны.