Онотмайыҡ ил улдарын!30.01.2015
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир, драматург, публицист, тәржемәсе Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына былтыр 1 октябрҙә 75 йыл тулды. Үкенескә ҡаршы, ғүмерен халҡы, теле, иле өсөн арнаған шәхестең хәтер кисәләре үткәне ишетелмәне. Ни өсөн шул тиклем битараф икән беҙ? Уны хөрмәтләп иҫкә алһаҡ, оло шәхестең эше дауам итеүенә өмөт арта тигән һүҙ бит. Әгәр Ғәзим Шафиҡовтың яҡты рухына бағышланған хәтер кисәләре үтһә, иманым камил, халыҡ эркелеп килер ине. Минең уйымса, был хатаны төҙәтергә әле лә һуң түгел.