Дәрт иткән эшләр28.01.2015
Дәрт иткән эшләр Ҡаланың күркәмлеге, ҡыш уртаһы булып ҡарҙың күплегенә ҡарамаҫтан, юлдарҙың киңлеге иғтибарҙы йәлеп итте. Төҙөлөштөң йылдам барыуы күренә. Күптәнге танышыбыҙ – “ГенСтройПодрядчик” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Айрат АБИТОВ янына юл тоттоҡ. Иғтибарығыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Бөтәһе лә “иҡтисади көрсөк” тип һөрән һалғанда, һеҙҙең тыныс булыуығыҙ, ерле-юҡҡа сәбәләнмәүегеҙ һоҡландыра. Нисек уйлайһығыҙ, иҡтисадта беҙҙе нимә көтә?
– Әҙәм балаһында ғүмер буйы шикләнеү тигән тойғо йәшәй: иртәгә нимә булыр, киләсәктә мине ниндәй яңылыҡ көтә һәм башҡалар. Был – ғәҙәти күренеш. Уның ҡарауы, үҙ эшеңде белгәндә, күңелеңә яратҡан шөғөл тапҡанда, ғаиләңдә тыныслыҡ булғанда бер ниндәй ҙә шик-шөбһәгә урын ҡалмай. Шәхсән беҙгә килгәндә, ойошмалағы 230 кеше бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәрҙе тоймай, сөнки бүтән нәмә тураһында уйларға ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ. Улар Башҡортостандан тыш, Татарстанда, Себер тарафтарында эшләй, бөтөн илгә таралғанбыҙ тиһәң дә була. Һәр кемдең маҡсаты аныҡ, эш көйлө барғас, көрсөк ҡамасауламай, йәғни беҙҙеңсә – ейәнсураларса әйткәндә, бөтәһе лә һәйбәт.
– Айрат Дамир улы, төп эшмәкәр­легегеҙ ниндәй йүнәлешкә көйләнгән?
– Ябай ғына миҫал килтерәм. Берәй ҡеүәтле сәнәғәт объектын төҙөү оҙайлы һәм ҡатмарлы эш. Уны ҡалҡытыу өсөн ситтән бихисап ойошма йәлеп ителә, һәр береһе үҙенең йүнәлешендә эште алып бара. Беҙ иһә металл конструкцияһын әҙерләүгә яуаплы. Шул уҡ ваҡытта янғын хәүефһеҙлеген булдырмау, электр утын көйләү, йылылыҡ торбаларын урау ҙа иңдә. Бурысыбыҙ – ҡоролмалар ныҡ та булһын, күркәм дә күренһен.
– Белеүемсә, бында эшкә урынлашыуы бигүк еңелдән түгел. Белгестәрҙе нисек һайлап алаһығыҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, аҙашып килеп ингәндәр беҙҙә оҙаҡ тормай, бүтән урынға китеүҙе хуп күрә. Кадрҙар сәйәсәтенә бик етди ҡарайбыҙ. Училищелар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе өҫтөн күрәбеҙ, был тәжрибә үҙен аҡланы. Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында урынлашҡан күп белем усаҡтарындағы студенттар йәмғиәттә практика үтә, ҡайһы берҙәре һуңынан эшкә килә. Бынан тыш, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән бәйләнеш көслө генә.
– “ГенСтройПодрядчик” – бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған йәмғиәт. Ә ниңә мәрхәмәтлек менән шөғөлләнмәҫкә?
– Уйҙарымды уҡыған кешеләй һорау бирәһегеҙ, ошо тәңгәлдә һүҙ башларға ғына ултыра инем. Был йүнәлештә тотош Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эш алып барабыҙ. Спорт майҙансыҡтары төҙөү, балалар баҡсаһына ремонт үткәреү һәм башҡа шундай изге бурысты ҙур теләк менән башҡарабыҙ.
– Айрат Дамир улы, ваҡыт табып, һорауҙарға ихлас яуап биргәнгә рәхмәт.







Вернуться назад