Беҙ уларға мәңге бурыслы28.01.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында”ғы Указын ғәмәлгә ашырып, юбилей сараларының планы раҫланды.

Атап әйткәндә, һуғыш ветерандары һәм инвалидтарының, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатында Өфөләге клиник дауахананың реабилитация бүлеген капиталь төҙөкләндереү һәм йыһазландырыу, торлаҡ биналарҙы артабан яңыртыу өсөн һәр йәһәттән тикшереү, элекке яугирҙәргә медицина, социаль һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙә булышлыҡ итеү күҙаллана.
Бынан тыш, һуғышта ҡат­на­шыусыларҙың һәйкәлдәренә, обе­лисктарға һәм мемориаль таштарға сәскә һалыу, тантаналы митингтар үткәреү, сувенирҙар сығарыуҙы ойоштороу, хәрбиҙәрҙең ҡәбер­лектәрен рәсмиләштереү, тыл эшсәндәренә һәйкәл ҡуйыу проектына конкурс уҙғарыу, уларға Өфөлә һәйкәл асыу, Дан бульвары аллеяһын төҙөкләндереү, “Мемориал — Башҡортостан” мәғлүмәт банкын төҙөү өсөн йыһаздар һатып алыу планлаштырыла. Сараның эмблемаһы — алтын лавр япраҡтары менән уратып алынған I дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены билдәһе. Уның өҫкө өлөшөндә “70 йыл” тигән яҙма бар. Эмблема Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә уҙғарылған ойоштороу комитеты ултырышында хуплан­ды.





Вернуться назад