Имен булһын тормош28.01.2015
Башҡортостан Башлығы республика буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Үҙенең сығышын Рөстәм Хәмитов ғәмәлдәге хәлгә баһа биреүҙән башланы.
Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген камиллаштырыу бурысына килгәндә, төбәк етәксеһе иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы тороу, ҙур иҡтисади һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән бюджет ресурстарын һаҡлау буйынса эште иң мөһиме тип билдәләне.
Былтыр дәүләт структураларында ҡылынған коррупция енәйәттәрен асыу күләме ғәмәлдәгенән 20 процентҡа артҡан. Ришүәтселек осраҡтары 11 процентҡа күберәк асыҡланған.
— Күрһәткестәрҙең яҡшырыуы хоҡуҡ һаҡлау системаһының был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләүен күрһәтә, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов, йәмәғәт именлеген тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләп, “Имен төбәк” комплексы мөмкинлеген киңерәк файҙаланырға, йәмәғәт урындарында видео системаһын үҫтерергә тәҡдим итте.
— Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, ШОС һәм БРИКС, “Рәсәй — Ҡаҙағстан” саммиттарын үткәрәсәкбеҙ. Республикабыҙға меңдәрсә ҡунаҡ киләсәк, донъя киң мәғлүмәт сараларының иғтибары Өфөгә йүнәлтеләсәк, — тине ул. — Беҙҙең бурыс — хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, террорсылыҡ күренештәренә юл ҡуймау. Был йәһәттән тәжрибә бар.
Былтыр республика эске эштәр органдарының матди-техник базаһын нығытыуға 330 миллион һум аҡса бүлгән. Ҡала һәм райондарҙағы полиция бүлексәләре биналарын төҙөкләндереүгә һәм яңыларын һалыуға 309 миллион һум йүнәлтелгән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был эш артабан да дауам итәсәк.