Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ: нефткә хаҡ төшә, доллар ҡыйбатлана, Рәсәйгә ҡарата санкциялар яуы туҡтамай. Тап ошо осорҙа үҙебеҙҙең йүнде үҙебеҙ күреп, булғанын һаҡсыл тотоноп, сығымдарҙы мөмкин ҡәҙәр кәметеп эш итергә тура киләсәк. Ауыл хужалығы министрлығында яҙғы сәсеү эштәренә арналған кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы. Республикабыҙ ауыл хужалығы етештереүен үҫтереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы ун төбәк иҫәбендә һанала, фермалар тергеҙелә, крәҫтиәнгә үҙ эшен нығытыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Ултырышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселәрҙе халыҡҡа ҡарата иғтибарлы булырға саҡырҙы, аграр тармаҡтағы хәл хаҡында һөйләне, ауыл хужалығы эшсәндәренә һәр йәһәттән ярҙам буласағын әйтте.
Бөгөн сит илдәрҙән тауар ағымы кәмене. Был шарттарҙа ошо бушлыҡты үҙебеҙ тултырырға, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Бының өсөн мөмкинлектәр бар.
– Ауыл хужалығы тармағы ҡеүәтле, республика көслө, булған ауырлыҡтарҙы бергәләшеп йырып сыға алабыҙ. Әммә һан артынан ҡыуып, сифат хаҡында ла оноторға ярамай, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко алдағы сәсеү эшенә әҙерлек хаҡында һөйләне. Уның белдереүенсә, 1 февралгә тиклем – ер эшкәртеү, сәсеү ҡорамалдары, апрель башына трактор агрегаттарын йүнәтеп бөтөргә кәрәк. Хужалыҡтар орлоҡто ситтән түгел, ә үҙебеҙҙекен алырға тейеш. Республикала сифатлы орлоҡ етештергән хужалыҡтар бар. Йәнә ҡыйбатлы импорт техникаһына ымһынырға түгел, булғанын төҙөкләндереүгә етди әһәмиәт бирергә кәрәк. Бының өсөн беҙҙең тәжрибә етерлек, мөмкинлектәр бар.