Торлаҡ, ер мәсьәләләре тикшереләсәк28.01.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһын асып, республика парламенты спикеры Константин Толкачев “2014 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо” тигән доклад менән сығыш яһаны. Артабан депутаттар көн тәртибенә сығарылған 35-тән ашыу закон проектын өйрәнде.

“Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау”, “Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус туҡталҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, ошоноң өсөн сығымды ҡаплау, шулай уҡ транспорт сараларын кире ҡайтарыу тәртибе”, “Мәҙәниәт” тураһындағы төбәк закондары һуңғы уҡыуҙа ҡаралды.
Әйткәндәй, күптәрҙе автомобилдәрҙе эвакуациялау мәсьәләһе борсой. Депутаттар был йәһәттән законды камиллаштырыу яғында: ҡануниәттең яңы редакцияһына ярашлы, хәҙер ҡулға алынған машинаны ҡайтарыуы күпкә еңелләшәсәк. Иң мөһиме — ҡулға алынған автомобилен эҙләп, хужа кешегә оҙаҡ баш ватырға тура килмәйәсәк: транспортының бер урындан икенсе урынға күсерелеүе тураһында уға кисекмәҫтән хәбәр ителергә тейеш , “тимер ат”ын 12 сәғәт эсендә махсус туҡталҡанан килеп алғандарҙан да һаҡлаған өсөн аҡса һорамаясаҡтар.
Туғыҙ закон проекты закон сығарыусылар иғтибарына тәүгә тәҡдим ителде. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү”, “Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре”, “Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге” тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекттары бар.
Депутаттар киләһе ултырыштарҙа “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығы тураһында” парламент тыңлауҙарын үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе.




Вернуться назад