Мәленә күрә әмәлен табып…28.01.2015
Мәленә күрә  әмәлен табып… Хәтерегеҙҙә булһа, бынан ике йыл элек сусҡасылыҡ тармағына “ҡара көндәр” килгәйне. Иң тәүҙә уны “итте ситтән һатып алыу отошло” тигән уйҙырма таратыусылар тыуҙырһа, һуңынан инде төрлө ауырыуҙар, киҙеүҙәр менән ҡурҡыта башланылар. Тәүгеләре Рәсәй ауыл хужалығы иҡтисадына, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә туранан-тура балта сапты, икенселәре ғүмер буйы урыҫ халҡының төп ризығы, шөғөлө булған сусҡа аҫрауҙы шәхси хужалыҡтарҙа тыя яҙҙы. Был инде сит инвесторҙарға “йәшел ут” ҡабыҙҙы. Ниһайәт, әле килеп, санкциялар башланғас, яттар беҙҙең иҡтисадты яйлап үҙҙәренә ҡулайлаштырғанын, үҙ ҡурайына бейетергә самалағанын аңланыҡ.

Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, беҙҙең халыҡ ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел, кире аяғына баҫа, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә ала. “Рассвет” хужалығы миҫалында ғына ла быны асыҡ күреп була.
– Беҙ бында килгәндә комплекс 16 йыл эшләмәгәйне. Бөтәһен дә яңынан тергеҙергә тура килде, — ти яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор вазифаһын башҡарыусы Фәнил Миһранов. — Ауыл халҡы ла ярҙам итте. Тиҙ генә биләмәне баҫып алған ағас үҫентеләренән, сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Бер ай эсендә тәүге корпусты сафҡа индерҙек. Комплекс бит 1974 йылда уҡ төҙөлгән. Шулай булғас, аңлай торғанһығыҙҙыр…
Мәленә күрә  әмәлен табып…Әйтеүе генә анһат, айға яҡын ваҡыт эсендә һыу торбаларын яңыртыу, канализация эшләү, электр сымдарын алыштырып, ут үткәреү — мәшәҡәте етерлек. Документ эше үҙе ни тора! Ошо уҡ 2012 йылдың сентябренә 850 баш сусҡа балаһы ҡайтаралар. Әлегә улар 40 килограмлыҡ йәш мал алып, уртаса 105 килоға еткергәнсе үҫтерәләр. Шуға әйләнештә ай һайын 900 баш йөрөй. Йәғни ошоса һаталар, һатып алалар. Комплекста бөгөн ике мең баш иҫәпләнһә, ваҡыты менән дүрт меңдән дә аша. Һәр эштең үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, ит тоҡомло сусҡаның салоһының ҡалынлығы 1,5 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш икән. Шуға малды ауырлығын 105 килограмға еткерәләр ҙә оҙатыу яғын ҡарайҙар.
“Рассвет” хужалығы ауырлығы еткән малды Рәсәйҙең бар төбәгенә тигәндәй оҙата. Тик бына ҡатнаш аҙыҡты ғына алыҫтаныраҡ ташыйҙар — Свердловск өлкәһенән килтерәләр. Баҡһаң, улар бар шарттарына тура килтереп һимертеү генә түгел, үҫтереү өсөн дә витаминлы матдә ҡушалар.
– Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн мөмкинлектәр бар, ҡорамалдар ҙа һатып алынған, тик әлегә ситтә етештергәнде килтереүе осһоҙораҡҡа ла төшә, аҙыҡ та сифатлы, — ти Фәнил Ғәлимйән улы.
Беҙ барғанда сусҡа балаларын яңы ғына килтергән инеләр. Шуға ситтәргә эскә үтергә ярамай икән — өйрәнеүҙәре мөһим. Ғөмүмән, биналарҙа санитар ҡағиҙәләр теүәл, тейешенсә үтәлә. Бигерәк тә йәш мал төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән бит. Беҙ үҙебеҙсә: “Күҙ тейеп тә ҡуймағайы, тфү-тфү”, — тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Ә бына ветеринар Роберт Миңлебаев иһә башҡаса уйлай: “Ваҡытында вакцина һалһаң, дауалау-профилактик эштәрҙе үтәһәң, мал сирләп бармай”, — ти.
Гел мал һөйләп, кеше тураһында ҡайғыртыуҙарын да әйтергә онотҡанбыҙ. Сусҡа ҡараусылар бында көноҙоно — иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем – эшләй. Шуға йылы аш ойошторолған, ял бүлмәһе йыһазландырылған. Ваҡытында эш хаҡы түләнә.
Сусҡасылыҡ Рәсәй малсылыҡ тармағының төп өлөшөн тәшкил итә. Иҡтисади яғын әйтеп тораһы ла түгел. Юҡҡа ғына мосолман иле һаналған Төркиәнең ауыл хужалығында был йүнәлеш алға китмәгән: ите экспортҡа сығарыла, тиреһе эшкәртелеп, кейем итеп оҙатыла. Илебеҙ иҡтисадына, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә аяҡ салырға теләүселәр “сәптәр”ҙе билдәләп, ҡайһы яҡҡа һуҡтырырға кәрәклеген алдан тоҫмаллаған. Тик “Рассвет” һымаҡ хужалыҡтар уларҙың уйҙарын тормошҡа ашырыуға сик ҡуя алғанлығын ғына уйлап еткермәгәндәр.




Вернуться назад