Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә?28.01.2015
Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә? Күптән түгел Воскресенское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған һәм бөгөн Мәләүездә йәшәгән Анна Куприянова
100 йәшлек юбилейын билдәләне. Күркәм ғүмер байрамы айҡанлы уны ил етәк­селеге, район хакимиәте исеменән башлыҡтың кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Рита Сәмиғуллина ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Анна Михайловна – хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғы­шында ил азатлығын һаҡлаған яугирҙең тол ҡатыны. Хәтере насар түгел, ишетеү һәләте лә ярайһы ғына. Йорто ҡа­раулы, һәр ерҙә ҡулдан бәйләнгән ке­ләмдәр түшәлгән. Стеналарҙа – боронғо фотоһү­рәт­тәр. Мебель, бик күп йылдар элек һатып алыныуға ҡарамаҫтан, яҡ­шы һаҡланған, ҡыҫ­ҡаһы, инәйҙең торлағы музейҙы хәтерләтә. ”Ғү­мер юлығыҙҙа ниндәй ваҡи­ғалар иҫегеҙҙә ҡалған?” – тигән һорауға ул бала сағында атаһы менән йылҡы малын көтөүе ту­раһында һөйләне. Ире Михаил Куприяновты һуғышҡа оҙатҡан, уның фронт­тан ҡайт­ҡан мәл­дәрен хәтер­ләне. Тағы ла өлә­сәһенең: “Ҡыҙ ке­шегә уҡыу кә­рәкмәй”, – тип мәктәпкә ебәр­мәй, шәл, ойоҡбаштар бәй­ләргә мәжбүр итеүен иҫләне.
Анна Михайловна үҫкән ғаи­лә­лә ун бала була. Ата-әсәһе Аняға 10-12 йәштәр тирәһендә, уны өлә­сәһе тәр­биә­һенә ҡал­ды­­рып, Белорет ҡала­һына күсеп китә. Үҙе хәл­ле ғаиләнән булғанлыҡтан, һөй­гәне Михаил­ға өлә­сәһе ейән­сә­рен бирергә риза булмаған, әммә ҡыҙ һү­ҙендә ныҡ торған. Һу­ғышҡа тиклем уның менән ете йыл йәшәп ҡалалар. Ире 1942 йыл­да фронт­ҡа китә һәм һуғыш ғәрәсәтенең иң ауыр мәлдәрен үҙ елкәһендә татый. Ул әсирлеккә эләгә, иҫ киткес михнәттәр аша үтеп, 1947 йылда тыуған йортона әй­ләнеп ҡайта. Әммә уны бында ҡолас йәйеп ҡаршыламайҙар, Се­бергә һөргөнгә ебәрәләр. Анна Михайловна ире менән бергә юллана.
Көсөргәнешле һәм ауыр фи­зик хеҙмәт, ҙур ҡыйын­лыҡтар аша үтеп, тейешле ваҡытты тултыр­ғас, яңынан Мәләүезгә ҡайта Куп­рияновтар. Анна мә­ғариф бү­ле­генә йыйыштырыусы булып эшкә урын­лаша, һуңы­нан ҡала Советы башҡарма комитеты бина­һын тәр­типтә һәм таҙалыҡта тотоуҙа тыры­шып эшләй һәм ошо ойош­ма­­нан 66 йәшендә хаҡлы ялға ки­тә. Хә­лә­ленең баҡыйлыҡҡа кү­се­үенә лә 40 йыл­дан ашыу ваҡыт үткән. Яңғыҙлыҡтан ҡурсалаған күр­ше­ләренә, социаль ярҙам хеҙ­мәтенә, туғандарына рәхмәт­ле инәй.
Оҙаҡ йәшәүҙең серен һораш­ҡас, ул:
– Аныҡ ҡына әйтә алмайым, Михаилым мине ҡыйыр­һытма­ны, эр­гәмдә гел яҡшы күңелле ке­ше­ләр булды. Хоҙайымдан айырыл­ғаным юҡ, уның ҡөҙрәте менән йәшә­йем­дер, – тип яуап­ланы.






Вернуться назад