Абруй еңел яуланмай28.01.2015
Абруй еңел яуланмай Ябайлыҡта – бөйөклөк… Был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Нәзир улы Үтәкәевкә тап килеп тора. Азат Нәзир улы тәү күреүҙән үк үҙенең кешелекле, кеселекле булыуы менән күңелде арбай. Ундайҙар эргәһендә күңелгә тыныс, йәнгә рәхәт. Һүҙенә тоғролоғо, яуаплылығы, һәр эште еренә еткереп эшләүе, ғәҙеллеге, ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә үҙен тыныс тотоуы, ярҙамсыллығы, мәрхәмәтлелеге менән ул күптән инде ҡала кимәлендә генә түгел, республикала ла ихтирам ҡаҙанған.

Тамырҙары ныҡ ағас
көслө була


Азат Нәзир улының тамырҙары Әбйәлил яҡтарына барып тоташа. Ул Ташбулат ауылын­да Нәзир Ҡафый улы менән Камилә Мөхәмәтша ҡыҙы Үтәкәевтәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бала сағы иҫ китмәле матур тәбиғәт ҡосағында үтә. Ҡырҡтытауҙың ҡуйы урмандарынан көс алған, Ҡарабалыҡлының һәм Яҡтыкүлдең саф тулҡын­дарында сабаҡтай йөҙөп буй еткергән. Азат Нәзир улы бәләкәй саҡтан уҡ табип булам тип хыялланған. Әммә медицина институтына инеү еңелдән түгел, химия, биология, математика кеүек ҡатмарлы фәндәрҙе, терминдарҙы ла яҡшы белеү талап ителә, конкурентлыҡ көслө. Бәхеткә күрә, күршеләрендә генә химия һәм биология уҡытыусыһы Рәйсә Атауллина йәшәгән була. Ул тырыш уҡыусыһын VIII кластан уҡ институтҡа инергә әҙерләй башлай. Яуаптарын урыҫ телендә бирергә өйрәтә. “Математика уҡытыусыһы ла урыҫ ине. Йәй көндәре Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ағайымдарға барып йөрөүем дә телде үҙләштерергә ярҙам итте”, — ти Азат Нәзир улы. Шулай итеп, мәктәпте тамамлаған йәш егет Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. “Ҡабул итеү имтихандары ваҡытында бер бүлмәлә 11 егет йәшәнек, шуларҙың 10-ы уҡырға инде, әммә алты-етеһе генә тамамлап сыҡты”, — тип хәтерләй атҡаҙанған врач.

Студент саҡ – күңелле саҡ!

Уҡырға ингән ваҡытта атаһы: “Ин генә, матди яҡтан ярҙам итербеҙ”, – тиһә лә, йәш егет бә­ләкәй генә пенсия алған ата-әсәһенең елкәһендә ятырға йыйынмай, уҡыу менән бергә эшләп тә йөрөй. “Башҡорт дәүләт академия драма театрында декоратор булдым. Спек­таклдәрҙә күмәк күренештәрҙә лә ҡатнаша инем. М. Кәримдең “Салауат” спектаклендә, ҡылыс тотоп, һуғыш сәхнәләрендә уйнаным. Мәскәүгә лә гастролгә барып ҡайттыҡ. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә лә эшләнем. Тимер юлсыларҙың балалар баҡса­һын­да төнгө ҡарауылсы-урам һепе­реүсе булдым. Үҙемде “төнгө директор” тип атай инем”, – тип йылмайып хәтерләй Азат Нәзир улы. Тап шул балалар баҡсаһында эшләүе уға йылына бер тапҡыр тимер юлда бушлай йөрөү хоҡуғын бирә. Был мөмкинлекте ул бик яйлы файҙалана: кәләше Нәфисәне туй сәфәренә Ялтаға алып бара. Булдыҡлы кеше һәр ваҡытта ла булдыҡлы була инде: уҡый ҙа, эшләй ҙә, ваҡытында ғаилә лә ҡора. V курсты тамам­ла­ғанда уларҙың инде тәүге улдары Ирек донъяға ауаз һала.

Тормош юлдары ҡатмарлы…

Яңы вуз тамамлаған ике йәш белгесте төрлө яҡҡа эшкә саҡыралар. Шулай ҙа ғаилә Нефтекаманы һайлай, сөнки бында йәшәргә урын да вәғәҙә итәләр. Уларға тәғәйенләнгән сыйырсыҡ ояһындай ғына бүлмә Азат Нәзир улына фатир кеүек күренә. Әммә “Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң баҡыры ла юҡ” тигән мәҡәлдәгесә, көҙ эшкә килгәс, ул бүлмәнең дә икенсе кешегә бирелеүе хаҡында хәбәр итәләр. Азат Нәзир улы аптырап ҡала, әмәлгә ҡалғандай, ул ҡасандыр әсәһенең Нефтекамала сыбыҡ осо туғандары барлығы хаҡында һөйләгәнен иҫенә төшөрә. Паспорт өҫтәле аша уларҙың адрестары табылып, йәш белгесте йорттоң ҡапҡа төбөнә тө­шө­рөп тә китәләр. Шулай, ҡулына сумаҙан тотҡан врач үҙенең ғүмерҙә лә күрмәгән туғандарының тупһа төбөндә хужаларҙың эштән ҡайтҡанын көтөп тороп ҡала. Бәхеткә күрә, туғандары Азаттың ата-әсәһен яҡшы белгән булып сыға һәм уны өс ай үҙҙәрендә йәшәтеп тора. Аҙаҡ инде йәш ғаиләгә “малосемейка”нан бүлмә бирәләр. Ике йыл ярым шулай тағы ла ике ғаилә менән бер фатирҙа торалар, татыу йәшәйҙәр. Артабан инде – ике, һуңынан өс бүлмәле фатир алалар...
Азат Нәзир улы интернатураны Нефтекамала үтә: кардиология, пульмонология, поликлиникала дауахананың бөтә бүлексәләрендә лә эш­ләп, отчет яҙып, мединститутта шуны яҡлап, тулыһынса әҙерлекле белгес булып сыға. 1977 йылдан Автозаводта цех табибы булып эшләй.
Ойоштороу һәләте көслө булған, белемле, аҡыллы, тәртипле йәш кешене тиҙ арала күреп ҡалалар. 1981 йылда уны ҡаланың баш табибы саҡыртып алып, яңы төҙөлә башлаған 1-се поликлиникаға етәкселек итергә кәрәклеге хаҡында хәбәр итә.
– Оҙаҡ уйланы ул был эшкә мине ҡушыр ал­ды­нан. Февралдә беренсе тапҡыр саҡырһа, майҙа ғына эшкә тотонорға ҡушты, – ти Азат Нәзир улы. Баҡтиһәң, был урынға башҡа тәж­рибәле һәм күпте күргән кешеләрҙе тәғәйенләргә уйлап ҡарағандар, әммә бындай яуаплы эштең ике осло булыуын белгән өлкәнерәктәр баш тарта. Ә инде ҡушылған бар эште лә еренә етке­реп башҡарырға өйрәнгән йәш Азат Нәзир улы үҙенә генә хас көс һәм энергия менән был бурысҡа тотона.
Төрлө ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осрап тора.
– Өфөгә аҙнаһына ике-өс тапҡыр барып урай инем. Поликлиникаға медицина ҡорамалы, мебель планлы рәүештә килтерелә. Документтар менән башта Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, ә һуңынан “Госснаб”ҡа барырға кәрәк, шунан һуң ғына йыһаз ҡайта. Поликлиникала әле төҙөлөш эштәре бара. Медицина ҡорамалын унда индереп булмай, ә ҡайҙалыр ҡуйып торорға кәрәк. Ул ваҡытта Ҡан ебәреү станцияһы бар ине, шуның гаражын, подвалын, Николо-Березовкалағы бер ташландыҡ йортто ла тултырып, асҡысҡа ғына бикләп киттем. Һаҡсы юҡ. Нисек шул хәтлем ҡорамалды ҡурҡмай ҡалдырғанмындыр, — тип хәтерләй Азат Нәзир улы. Баҡтиһәң, был эш менән бухгалтерия шөғөлләнергә тейеш, ә улар риза булмағанға күрә, Азат Нәзир улы үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала.
Ул арала аяҡ салыусылар “Үтәкәев дауахана оборудованиеһына хужа булып алған” тип ялыу яҙа, өҫтән тикшереү килеп төшә, медицина кәрәк-ярағын һанай башлайҙар, ә ул артыҡ булып сыға. Әгәр етмәһә, Азат Нәзир улының елкәһенә яҙыр ҙа ҡуйырҙар ине, ә артыҡ булғас, тағы ла насарыраҡ. Тикшереү һөҙөмтәһендә шул асыҡлана: подвалда алдан алып ҡуйылған мебель булған икән. Бына ошондай күп көстө һәм энергияны ала торған юҡ-бар эштәр аша ла үтергә тура килә Азат Нәзир улына. Әммә былар уны тик сыныҡтыра ғына.
1982 йылдың декабрендә тапшырылып, ғинуарҙа эшләй башлаған поликлиникаға Азат Нәзир улын баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Унда хеҙмәт иткән йылдарҙа ул Инфекция корпусын етәкләй. Шул уҡ ваҡытта КПСС-тың ҡала комитеты менән дә яҡшы мөнәсәбәт булдыра. Уның үҙен дә партияға ағза итеп алалар.
– Партияға инеү үҙе бер ҙур имтихан ине. Ғариза яҙғандан һуң бер йыл һынау үтәһең. Тәртибеңде, холҡоңдо ҡарайҙар. Аҙаҡ устав буйынса белемеңде тикшерәләр, шунан ғына партия сафына алалар ине, – тип Азат Нәзир улы үҙенең комсомол һәм партия билеттарын да күрһәтте. Күренекле, дәрәжәле, энергияһы та­шып торған Үтәкәевте 1989 йылдан Нефтека­ма­ның баш табибы урынбаҫары итеп тә­ғә­йен­ләйҙәр. Артабан тағы ла яуаплы вазифа: 1991 йылдан – Башнефтепромстрой поликлиникаһының баш табибы. Ошонда ул 2012 йылға тиклем эшләй. Бөгөн тотош төньяҡ-көнбайыш төбәк – Яңауыл, Нефтекама, Ағиҙел, Дүртөйлө ҡалалары, Тә­тешле, Краснокама, Яңауыл, Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы райондары өсөн яуаплы ул.

Киләсәк быуындарҙың бәхете өсөн


Уҙған быуаттың шанлы 90-сы йылдарында, республикабыҙҙа башҡорттарҙың милли үҙаңы уянып, туған телде өйрәнеү, халҡыбыҙҙың тарихи тамырҙарын ҡоротмау өсөн бөтә көсөн һалып эшләй башлаған осорҙа, Нефтекамала ла ошондай хәрәкәт башлана. Ул ваҡыттағы ҡала мэры Игорь Лим Азат Үтәкәевте, ҡаланың башҡа алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы баш­ҡорт­тарын йыйып, ҡоролтай эшен башларға кәрәклеген белдерә. Араларынан матур хо­лоҡло, ойоштороу һәләте көслө интеллигент Азат Нәзир улын бер тауыштан Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе итеп һайлайҙар. Ҡала хакимиәте менән бер­лектә бик күп эш башҡарыла: мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу өсөн ғаризалар йыйыла, Башҡорт гимназияһы төҙөлә, Нефтекама ҡала филармонияһы асыла, БДУ-ның Нефтекама филиалында башҡорт бүлеге булдырыла, башҡорт телендә ҡала гәзите сыға башлай, ҡала хакимиәтендә Терминология комиссияһының эше рәткә һалына. Азат Нәзир улы әле Нефтекама ҡалаһында үткәреләсәк сараны – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса флеш-моб – ойоштороу эшен алып бара. Ҡалаға яңы килгән йәш башҡорт ғаиләләренә лә ныҡлы таяныс ул.
Азат Нәзир улының эш өҫтәлендә тәсбихтар, “Ҡөрьән сүрәләре” китабы ята, бер нисә сүрәне яттан белә: хәтерҙе лә яҡшырта, тынысландыра ла, ти ул үҙе. Былар, әлбиттә, уның сәләмәт рухы хаҡында һөйләй. Атаҡлы табиптың хоб­би­һы ла бар, ул – нумизмат: шәхси коллекция­һын­да СССР мәлендә сыҡҡан юбилей тәң­кәләре, батша заманынан ҡалған тәңкәләр ҙә бар. Бөгөн ул коллекцияһын медицинаға һәм спортҡа бәйле тимер һәм ҡағыҙ аҡсалар менән тулыландыра.
Атҡаҙанған врач үҙе һалып сыҡҡан ҙур матур йортонда бәхетле ғүмер итә. 39 йыл бергә йәшәгән ҡатыны Нәфисә Хәй ҡыҙы менән Ирек һәм Булат исемле улдар үҫтергәндәр, Тимерлан, Әмир, Фәрис тигән тиктормаҫ, шуҡ, шаян ейәндәр тәрбиәләйҙәр.
Бына шундай иҫ киткес көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы, тормош маҡсаттарынан ситкә тай­пыл­маған Кеше йәшәй Нефтекамала. Ундай шәхестәр булғанда донъя ла яҡтыраҡ, эш тә ырамлыраҡ, йәшәйеш тә күңеллерәк.

Роза ХӨСНУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Нефтекама филиалы доценты.



Вернуться назад