Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел28.01.2015
Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел Бәлә аяҡ аҫтында тиһәләр ҙә, уның күктән дә төшөүе ихтимал икән. Яҙғы көндөң матурлығына һоҡлана-һоҡлана ҡала йорттарының береһенә сираттағы интервьюға килдем. Ғәҙәттә, подъезд алдында энә төртөр урын булмай, ә бында бер генә машина ла күренмәй. Шуға шатланып, “тимер ат”ымды ҡалдырып, тейешле фатирға инеп тә киттем. Әңгәмәсем менән аралашып, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп сығыуға ни күрәм – машина өҫтөнә тауҙай ҡар өйөлгән. Ҡыйыҡтан ишелеп төшкән тәбиғәт “бүләге” автомобилемә лә “бүләк” яһаған: алғы быяла селпәрәмә килгән, көҙгөләр юҡ, түбәһе иҙелгән…
Әлбиттә, тәүге уйҙар нисек итеп йүнәтеү сығымдарын ҡаплатыу хаҡында булды, машинам бит ундай осраҡтан страховкаланмаған. Бер­ҙән-бер юл – йортто хеҙмәтләндергән идарасы компанияһынан аҡса талап итеү. Тик… артыма әйләнеп ҡара­һам, йорттоң стенаһында: “Осторож­но, возможен сход снега. Машины не парковать” тигән яҙыу аҡайып тора, тимәк, иҫкәрткәндәр ҙәбаһа. Әлбиттә, суд тупһаһын тапап булһа ла, идарасы компаниянан, бәлки, зыянды ҡаплатыр ҙа инем, тик баҫалҡы халыҡбыҙ бит. Ҡул һелтәп, үҙ ке­ҫәмдән сығарып булһа ла машинаны йүнәттерергә киттем. Ышанаһығыҙ­мы-юҡмы, шул саҡ тәүге тапҡыр иҫке генә автомобилдә йөрөүемә шатланып бөтә алманым: яңы быяла ҡуйҙырыу, көҙгөләр һатып алыу ни бары 2500 һумға төштө.
…Юҡтан ғына иҫләмәнем был ваҡиғаны: бер нисә көн элек Өфөлә өс машинаның өҫтөнә ҡар ишелеп төшкән. Хәйер, тимерҙе сүкеп кире төҙәтеп була ла ул, тик бына ҡайһы берҙә кеше башына ла төшә боҙ киҫәге. Осраҡтарҙың үлемесле та­мам­ланғандары ла юҡ түгел. Мәҫә­лән, бер нисә көн элек йәнә Өфөлә бер бала бәләгә тарыған. Тик был юлы ҡар үҙе төшмәгән, ә уны коммуналь хеҙмәт вәкилдәре ырғытҡан. Атап әйткәндә, ҡыйыҡты таҙартып йөрөгән эшселәр ерҙә торған баланы күрмәгән. Шул уҡ ваҡытта эш барған урын сикләнгән-кәртәләнгән булған. Әммә малай ҙа ошо юлдар авторы һымаҡ яҙыуға һәм кәртәгә иғтибар итмәгән, күрәһең. Бала, бәхеткә күрә, иҫән-һау ҡалған.
Киң мәғлүмәт сараларында ошоға оҡшаш хәл-ваҡиғалар хаҡында яҙып торалар. Әммә, төрлө иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, бәләгә тарығандар барыбер бихисап. Һүҙ ҙә юҡ, тәү сиратта махсус хеҙмәттәр, йортто ҡараған идарасы хужалыҡтар был аҙымға юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да хәстәрләргә тейеш. Тик шул уҡ ва­ҡытта үҙебеҙ ҙә һаҡ булыу хаҡында онотмаһаҡ ине. Хоҙай кемде һаҡ­лармын тигән әле?


Вернуться назад